Иҡтисад
16 Мая 2020, 08:30

“Инвестиция эшмәкәрлеген туҡтатмау бик мөһим”

Ыңғай динамикала "Башнефть" йәмғиәтенең дә өлөшө ҙур.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте президенты Хәсән Татриев видеоконференция тәртибендә төбәк менән нефть компанияһының үҙ-ара эшмәкәрлеге буйынса даими эш итеүсе комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Республика Башлығы “Башнефть” компанияһына коронавирус шарттарында бөтә санитария-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгән өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙҙә сирҙең таралыуына юл ҡуймау йәһәтенән тулы саралар комплексы тормошҡа ашырыла, – тине Хәсән Татриев. – Бындай осраҡтарҙа эш итеүҙең аныҡ алгоритмын ғәмәлгә индерҙек. Ул хәлде контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Радий Хәбиров 2020 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар былтырғыға ҡарағанда 18 процентҡа артырыуын билдәләне. Ыңғай динамикала “Башнефть” йәмғиәтенең дә өлөшө ҙур.
– Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа ла компанияның инвестиция эшмәкәрлеген туҡтатмауы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине республика етәксеһе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар социаль мәсьәләләр, экологик хеҙмәттәшлек, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, элегерәк ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса фекер алышты.
Комиссияның киләһе ултырышы быйыл йәй була.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас