Иҡтисад
18 Май 2020, 13:15

Башҡортостан - беренсе

Сәсеү темптары ҡәнәғәтләндерә.

Башҡортостанда сәсеү планға ярашлы дауам итә. 11 майҙан алып яуған ямғырҙар сәбәпле уның йылдамлығы ике тапҡырға кәмегән һәм тәүлегенә 120 мең гектарҙан 60-70 мең гектарға ҡалған. 17 майға ҡарата 1 миллион 421 мең гектар майҙан сәселгән. Был дөйөм майҙандың 73 проценты самаһы. Иген – 941 мең гектар, ҡуҙаҡлылар – 82 мең гектар, майлы культуралар – 265 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө – 25,5 мең гектар һәм мал аҙығы – 100 мең гектарҙа сәселгән.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, май башындағы һауа торошо ауыл хужалығы культуралары үҫеше өсөн бик ыңғай булған. Яҡшы уңыш алыу өсөн хәҙер уны һәйбәтләп ҡарарға кәрәк. Ҡыш сәсеп ҡалдырған культураларҙың 102 мең гектарына (26 процент) химик утау үткәрелгән. Ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү – 80 мең гектарҙа башҡарылған, сирҙәргә ҡаршы – 63 мең гектар ер эшкәртелгән.
Ауыл хужалығы предприятиеларында эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса тикшереүҙәр даими үткәрелеп тора. Шул уҡ ваҡытта вице-премьер белдереүенсә, эшселәргә уңайлы эш шарттары булдырыу буйынса ла талаптар үтәлешен тикшерәләр. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙағы күренеш ҡәнәғәтлек тыуҙырмаған. Уларҙы яҡын арала бөтөрөргә ҡушылған.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2020 йылда республика аграрийҙары “Росагролизинг” йәмғиәтенә ауыл хужалығы техникаһын алыу өсөн 2,5 миллиард һумлыҡ ғариза биргән. Ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас