Иҡтисад
18 Май 2020, 17:10

Бизнес-шерифтарҙың ярҙамы ҙур

26 - 30 майҙа республикала Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә. Был сараға ярашлы "Милли саҡырыуҙар: көрсөктө һөҙөмтәле төбәк практикалары аша еңеү" тип аталған Бөтә Рәсәй онлайн-конференцияһы буласаҡ.

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған бизнес-шерифтар институтына коронавирус инфекцияһы таралған саҡта ихтыяж артҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова һөйләне.
Муниципалитеттарҙа көрсөккә ҡаршы штабтар эш башланы, ә бизнес-шерифтар унда штаб етәксеһе урынбаҫары булараҡ үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Улар аҙна һайын онлайн режимда брифингтар үткәрә, яңы ярҙам саралары тураһында һөйләй, йүнселдәргә консультациялар бирә.
Бизнес-шерифтар иҡтисад ихтыяжын һәм социаль өлкә талаптарын иҫәптә тотоп, етештереүҙәрҙең эш йүнәлешен үҙгәртеүҙә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Нефтекамала йыһаз етештереү предприятиеһы нигеҙендә медицина битлектәре тегә башлауға булышлыҡ ҡылғандар. Баҡалы районында сәскә һатыу магазины етәкселәре шулай уҡ халыҡты һаҡланыу саралары менән тәьмин итә. Күмертау ҡалаһында бизнес-шериф чумаға ҡаршы костюмдар тегеү өсөн материал алыу мәсьәләһен хәл иткән.
Дистанцияла "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткәреү дауам итә. Йыл башынан алып барлығы 803 кәңәшмә уҙғарылған, уларҙа 1356 эшҡыуар ҡатнашҡан һәм 1514 проект тәҡдим иткән. Дөйөм инвестиция күләме 8 миллиард һум тәшкил иткән ете проект республиканың Инвестиция комитеты иғтибарына сығарылған.
Римма Бойцова белдереүенсә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса консультацияларҙы “Минең бизнес” үҙәгендә алырға була. Шулай уҡ ул 26 майҙан 30 майға тиклем республикала үтәсәк Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы тураһында әйтте. Был сараға ярашлы “Милли саҡырыуҙар: көрсөктө һөҙөмтәле төбәк практикалары аша еңеү” тип аталған Бөтә Рәсәй онлайн-конференцияһы үтәсәк. Ул Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында ойошторола. Бынан тыш, республиканың бизнес өсөн IQ-паркы исем туйы ла буласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә", glavarb.ru
Читайте нас