Иҡтисад
18 Май 2020, 14:00

Өфөгә өмөт ҙур

Өфө, Нефтекама һәм Күмертау - алдынғылар рәтендә

Республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, 48 муниципалитет 15 майға тиклем юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эшенең яртыһын тамамлап өлгөрмәгән. Өфө, Нефтекама һәм Күмертау ҡалалары иһә алдынғылар рәтендә, улар эштең яртыһын тамамлаған. Иглин, Илеш, Баймаҡ, Ҡалтасы райондары иһә иң арттағылар рәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы өс контроль датаһы билдәләгәйне: 15 апрелгә тиклем соҡорҙарҙы һанлаштырып бөтөргә, 15 майға тиклем уларҙың яртыһын ямап бөтөргә һәм 15 июндә соҡор ремонтын тамамларға.
– Бөгөн юл эштәренең 47 проценты башҡарылды. Был аҙнала ҡалғандарын тиҙләтәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, былтырғы менән сағыштырғанда, эш күләме 2,5 тапҡырға артты, – тине Алан Марзаев.
Радий Хәбиров был хәл менән дөйөм алғанда ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Әле халыҡ яҙ башындағы кеүек күпләп соҡорҙарға ялыу белдермәй. Эштәрҙең әүҙем алып барылыуын үҙем дә күреп торам. Барлыҡ асфальтбетон заводтары эшләй. 15 июндә һанлаштырылған барлыҡ соҡорҙарҙың ямалып бөтөүе тураһында отчет көтәм. Өфөгә өмөт бик ҙур, сөнки республика ҡалаға үҙәк урамдарҙы ремонтлау өсөн аҡса бүлде. Хәҙер һөҙөмтәһен көтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: proufu.ru
Читайте нас