Иҡтисад
19 Май 2020, 14:20

Бәләбәй заводына ярҙам буласаҡ

Продукцияға ихтыяж ҙур. ”Рено-Ниссан-Автоваз”, ГАЗ, УАЗ һәм башҡа предприятиелар өсөн дә ул мөһим.

Сәнәғәтте үҫтереү фондының эксперт советы Бәләбәй “Автокомплект” заводында проектты тормошҡа ашырыу өсөн заем биреүҙе хуплаған. Предприятие еңел автомобилдең хәрәкәт итеү һәм рулдең идара итеү автокомпоненттарын етештереү производствоһын яңыртасаҡ.
Был мөһим компоненттар автомобилдең капоты аҫтындағы полимер деталдәрҙе юғары температуранан һаҡлаясаҡ, двигатель тауышын “йотасаҡ”, өҫтәүенә зарарлы ҡалдыҡтарҙы кәметеү маҡсатында автомобиль двигателдәренең эске мөхитен һыуытыуға булышасаҡ. Компания Рәсәйҙә етештерелгән материалдарҙы файҙаланасаҡ. Продукцияға ихтыяж ҙур. ”Рено-Ниссан-Автоваз”, ГАЗ, УАЗ һәм башҡа предприятиелар өсөн дә ул мөһим.
Предприятиеға “Комплектлау әйберҙәре” федераль-төбәк программаһы буйынса заем бирелә. Проекттың дөйөм бюджеты 107,2 миллион һум тәшкил итәсәк. Уны уңышлы тормошҡа ашырыу продукцияның конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырасаҡ һәм баҙарҙағы өлөшөн 24 процентҡа тиклем еткерергә булышасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас