Иҡтисад
19 Май 2020, 11:01

Мәғлүмәт йыйыу селтәре булдырыла

Етештереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында даими рәүештә яңы технологиялар табырға һәм ҡулланырға тырышалар.

Етештереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында даими рәүештә яңы технологиялар табырға һәм ҡулланырға тырышалар.


Былтыр “Үҙелгә” руднигында ҡаҙылма байлыҡтар сығарылғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн ҡатнашма әҙерләгән махсус комплекс яңыртылды. Ошо маҡсатта “БФК Инжиниринг” Рәсәй компанияһы уйлап тапҡан ультраваҡлағыс тирмән ҡайтартылды. Заман технологияларының был алымын ҡулланыу бушлыҡтарҙы тултырыу өсөн ҡатнашмалар әҙерләгәндә цементҡа сығымдарҙы 30 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирҙе.
Ошо уҡ йәмғиәт менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә, байыҡтырыу фабрикаһында концентраттарға күберәк металл алыу маҡсатында механоактиватор тип аталған махсус ҡоролмаға һынау үткәрелде.
Яңыраҡ предприятиела йәнә бер яңы технология – ер аҫтында эшләгән үҙйөрөшлө техниканың эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтте аныҡ ваҡытта йыйып эшкәрткән система ҡулланыла башланы. Проект “УГМК-Телеком” йәмғиәте тарафынан башҡарыла, компания белгестәре коммуникацияларҙы төҙөү эшен былтыр декабрҙә башлай.
Учалы ер аҫты һәм “Үҙелгә” рудниктары горизонттарында эшләгән техниканан мәғлүмәт алған оптика-сүс кабелдәре һуҙыла, сымһыҙ Wi-Fi бәйләнеше нөктәләре урынлаштырыла. Ошо рәүешле эш сменаһы барышында ер аҫтынан яғыулыҡтың күпме сарыф ителеүе, май баҫымы торошо, хәрәкәт тиҙлеге кеүек хәбәрҙәр еткереләсәк.
– Система буйынса алынған мәғлүмәт бик мөһим, ул техник параметрҙарҙы контролдә тоторға, сараһыҙҙан буш тороуҙы булдырмау, хеҙмәт етештереү­сәнлеген арттырыу маҡсатында, техниканы икенсе объектҡа йүнәлтеүҙе ваҡытында хәл итергә мөмкинлек бирә. Киләсәктә ер аҫты машиналарының хеҙмәт һөҙөмтәлелеген ентекле анализларға уйлайбыҙ, – ти тау-байыҡтырыу комби­натының баш механигы Иван Курноскин.
Предприятиеның мәғлүмәтләштереү һәм телекоммуникациялар идаралығы начальнигы Фәнис Байбулатов фекеренсә, прогрессив технологияларҙы ҡулланыу комбинатҡа ер өҫтөндә лә, аҫтында ла етештереү процестарын камиллаш­тырырға этәргес бирә. Wi-Fi системаһы әле рудниктарҙа үҙйөрөшлө техниканан мәғлүмәт йыйыу өсөн ҡулланылһа, киләсәктә уның эш даирәһе бермә-бер киңәйәсәк.
– Системаның артабанғы үҫеш этабы – техникаға ситтән тороп идара итеү. Был ҡорамалдарҙың сменалар алмашынған ваҡытта буш тороу ваҡытын кәметәсәк, әле ул алты сәғәт самаһы тәшкил итә. Шулай уҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү яғынан да отошло. Сер түгел, шахтала эшләү кеше һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф менән янай. Ә яңы алым ер аҫты техникаһына идара итеүсене өҫкә сығарыу, тау ҡаҙылмалары ишелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк.
Компанияның киләсәккә маҡсаты – рудниктарға идара итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү. Был ил кимәлендәге уникаль асыш буласаҡ. Мәғлүмәт йыйыу селтәре – беренсе аҙым, йәғни системаның каркасы, ул артабан да тулыланасаҡ, – тип күҙаллауҙары менән уртаҡлашты етәксе.
Читайте нас