Иҡтисад
19 Май 2020, 10:55

“Нурлы” тыуған төйәкте нурлай

Илһөйәр ир-уҙамандар быға бар тырышлығын һала.

Бөгөн фермерҙар – төбәктең ныҡлы тотҡаһы, терәге тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Улар тарҡалып, бушап ҡалған һөтсөлөк фермаларына йән өрөп, яңыларын төҙөп, күпләп мал аҫраған, ер эшкәрткән ябай эшмәкәрҙәр генә түгел, ә ауыл тормошона яңы һулыш биреүселәр ҙә, ауылдаштарын эш менән тәьмин итеүселәр ҙә.


Шөкөр, фермерҙарҙың ярҙамы менән ауыл хужалығы тармағы үҫешә, нығый. Әбет ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ғүмәр Зиннур улы Иҫәновты тап ана шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин.
– Ауыл тармағында эшмәкәрлек алып барыуыма һис үкенмәйем, ер менән булышыу ҙа, мал аҫрау ҙа оҡшай миңә, – ти фермер. – Быға тиклем башҡа өлкәлә эшләргә тура килде, ҙур ҡалала ҡалыу мөмкинлеге лә булды, тик һәр ваҡыт күңелем тыуған яғыма тартылды.
2006 йылда Ғүмәр Зиннур улы “Нурлы” агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштороп ебәреп, бер нисә ауылдашын эшкә ала, ныҡлап үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Элекке Ленин исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаларын, гараж-келәттәрен һатып ала.
Әле фермер дүрт ауылдан 40-тан ашыу кешене эшле иткән. Уларҙың тырышлығы менән ике мең гектарға яҡын ер эшкәртелә. Шуныһы мөһим: буш ятҡан майҙандарҙы бында осратмаҫһың, һәр баҫыу иҫәптә, тәртиптә. Мал аҫрау өсөн бесәнлектәр, көтөүлектәр бар. Ауыл эшсәндәре бөтә төр иген һәм техник культуралар үҫтереп, йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә.
– Төбәктә тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә тотондоҡ. Әле ужым культуралары баҫыуҙарына минераль ашлама индереү дауам итә, күп йыллыҡ үләндәрҙе лә ашлайбыҙ, туҡландырыу, ер һөрөү кеүек мөһим эштәр ҙә башҡарыла, – ти фермер. – Шөкөр, сифатлы орлоҡ, ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек күләмдә хәстәрләнгән. Бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар юҡ, иртә таңдан баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәгән егеттәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Хужалыҡтың техника паркының бай булыуы ла күҙгә салына, өр-яңы комбайндар, тракторҙар ихатаны йәмләп ултыра. Механизаторҙар ҡыш дауамында иҫкергән, ватылған техниканы ремонтлап баҫыуҙарға сығарған. “Техникаһыҙ булмай, аҡса килеп сыҡҡанда алырға тырышабыҙ, шул уҡ ваҡытта иҫкеләрен ташлап ҡуймайбыҙ, тимер йәнле егеттәр уларға йән өрә”, – ти Ғүмәр Иҫәнов.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә йәмғиәткә яңы МТЗ-82 тракторы ҡайтырға тейеш, аҡсаһы түләнгән. Әле 30-ҙан ашыу берәмек техникаға эйә фермер хужалығы.
Йәмғиәттең 600 баш һыйыр малы бар, 130 башын һауып, көн һайын бер тоннанан ашыу аҡты Ергән ауылынан шәхси эшҡыуарға тапшыралар. Шулай уҡ 100-ҙән ашыу баш йылҡы аҫрайҙар. Ишле малға етерлек күләмдә мал аҙығы ла хәстәрләйҙәр бында.
Шуныһы ҡыуаныслы: хужалыҡта ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә тырышып хеҙмәт итә. “Беҙҙә йәштәр етерлек, улар ауылды ташлап, ҡалаға ынтылмай, ә тыуған яғында эшләүҙе хуп күрә. Белемле белгестәргә лә ҡытлыҡ юҡ”, – ти фермер.
Әлбиттә, бында етәкселек тарафынан уларға һәр ваҡыт иғтибар бирелеүен, хеҙмәт хаҡының юғары булыуын билдәләп үтергә кәрәк, минеңсә. Бынан тыш, ғаилә ҡорған йәштәргә йорт һалып инеүҙә лә ярҙам күрһәтелә, ер участкаһы бүленә, техника кәрәк булһа, рәхим ит, бушлай. Ә шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрау­сыларға еме, бесән-һаламы бушлай бирелә. Бәлки, етәкселек яғынан ошондай иғтибар булғас, терәк тойғас, йәштәр ҙә ығы-зығылы ҡала тормошона ҡыҙыҡмай­ҙыр, күрәһең.
Хужалыҡтың тирмәне, ағас ярҙырыу цехы ла эшләй. Ауыл халҡына он тарттырып, таҡта әҙерләп тә бирә улар. Әле 200 башҡа иҫәпләнгән заманса һөтсөлөк фермаһы төҙөлә. 2017 йылда грант отоп, 23 миллион һум дәүләт ярҙамы алғандар. Заманса ферма нәҡ ошо аҡсаға төҙөлә лә инде. Бында һауын залы, быҙауҙар өсөн айырым ҡура буласаҡ. Етәкселек билдәләүенсә, ферма өр-яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
– Эшләйем тигән кешегә бөтә шарттар бар, етмәһә, республика, район етәкселеге лә иғтибарынан өҙмәй, уларҙың таянысын һәр ваҡыт тоябыҙ, – ти Ғүмәр Иҫәнов. – Ә улар тарафынан шундай ҡараш булғас, тырышырға ғына ҡала инде. Шөкөр, беҙҙә уңған, эшһөйәр, оҫта ҡуллы ауыл халҡы эшләй, ошо бәхет түгелме ни!?


Мәләүез районы.
Читайте нас