Иҡтисад
19 Мая 2020, 10:58

Таусыларҙың татыу ғаиләһендә

Йәш белгескә һөнәр нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итәләр.

Һәр кем үҙенең тәүге эш көнөн хәтерләйҙер, моғайын. Коллектив нисек ҡабул итер, эшләй алырмынмы, тип борсолоуҙар бөтәһенә лә таныштыр.


Нисек итеп яңы коллективҡа өйрәнеп китеүе, эш башлағанда йәш белгестәрҙе ниндәй асыштар көтөүе тураһында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының йәш белгесе Дамир Насиров гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашырға булды.
Дамир Насиров Тында ҡалаһында донъяға килә. Ата-әсәһе данлыҡлы Байкал–Амур магистрале төҙөлөшөндә ҡатнаша. Олоғайған көндәрендә Насировтар тыуған төйәктәрендә төпләнергә ҡарар итә. Ата-әсәһе менән бергә Дамир ҙа Учалыға ҡайта. Юлдар буйынса Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын тамам­лаған егет Учалы тау-байыҡтырыу комби­натының тимер юл цехына эшкә урынлаша.
– Тимер юл аша сыға торған ерҙә кабелдең эшлектән сығыуы минең өсөн тәүге һынау булды. Ул тау-байыҡтырыу фабрикаһы биләмәһендә юлдарҙы күсереүсе уҡтарҙы электр тогы менән тәьмин итә. Яйларға ярамай ине, юғиһә мәғдәнде эшкәртеү урынына ташыуҙа өҙөклөктәр килеп сығыуы бар. Проблеманы хәл итеү өсөн ваҡиға урынына ҡорамалдар, кабель килтерергә кәрәк – был ваҡыт талап итә. Яңғыҙым бер ни ҙә килтереп сығара алмаясағымды аңлап, етәкселеккә мөрәжәғәт иттем. Шунда уҡ хеҙмәткәрҙәр ҡорамалдар килтерҙе. Тиҙ арала етешһеҙлектәр бөтөрөлдө.
Һөнәремдең нескәлектәренә төшөнгәнсе йәки нимәнелер аңламаһам, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән кәңәш һорарға тартынманым. Участка начальнигы Роман Ситников менән цехтың баш инженеры Андрей Атаманов бер ҡасан да ярҙамдан баш тартманы. Кистәрен интернетта ла эш буйынса эҙләнеп күп ултырҙым, – ти әңгәмәсем.
– Сигнал үткәреү, үҙәкләштереү системалары һәм юл хужалығы участкаһын блокировкалау хеҙмәте коллективы ҙур түгел, алты кешенән тора, әммә татыу һәм берҙәм. Үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе алтынсы квалификациялы разрядҡа эйә.
– Әлбиттә, хеҙмәт процесында төрлө хәлдәр була, шуға күрә эште “һинеке”нә, “минеке”нә бүлмәй, бергәләп, кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр беребеҙҙең тәғәйен роле бар: кемдер контроль-үлсәү приборҙарын “һыу кеүек эсә”, кемдер тимер юл аша сыға торған урындарҙы, светофорҙарҙы, уҡтарҙы күсереүҙе тикшереүҙә көс түгә. Бер-берең менән аралашыу эш ваҡытында ҡорамалдар йәки башҡа нәмәләр менән килеп сыҡҡан проблемаларҙы тиҙ генә хәл итергә булышлыҡ итә.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында Дамир Насиров ике ҙур сарала ҡатнаша. Шуның иң иҫтә ҡалғаны – Тау-байыҡтырыу комбинатының 65 йыллыҡ юбилейы. Тантанала һәр цех коллективы, милли кейем кейеп, ниндәйҙер халыҡты кәүҙәләндерә. Был сараға бик ентекле әҙерләнәләр, ошо арауыҡта хеҙмәттәштәр менән мөнәсәбәт­тәре тағы ла нығынған кеүек була, бер-береһен яҡыныраҡ беләләр, дуҫлашалар.
– Юбилей һәр кемдең хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Ҡала урамдары буйлап “Таусы” стадионына йүнәлгән парадта 500 кеше ҡатнашты. Һәр колонна башында автомобиль-платформа хәрәкәт итте, уның майҙанында “сит тарафтарҙан килгән” халыҡтар бейеп-йырлап үҙҙәрен күрһәтте. Иҫ киткес тамаша булды ул.
Яңы йыл алдынан да предприятие кимәлендә мауыҡтырғыс сара ойошторолдо: комбинат цехтары “Ребусня” уйынында ҡатнашты. Ваҡытҡа ребустар, башватҡыстар систек. Был сара хеҙмәттәштәрҙе бөтөнләй икенсе яҡтан асырға форсат бирҙе, – ти йәш белгес.
Комбинатта спортҡа ҙур иғтибар бирелә, цехтар араһында йыл һайын спартакиадалар уҙғарыла, күп хеҙмәткәрҙәр сәләмәт тормош яҡлы. Участка начальнигы Роман Ситников, мәҫәлән, йүгереү буйынса марафондарҙа ҡатнаша, күптән түгел Эльбрусҡа артылған.
– Европаның иң бейек нөктәһенә күтәрелеүен мауыҡтырғыс итеп һөйләгәнендә минең дә шундай хистәрҙе кисереү теләге уяна. Йәй етеү менән Ирәмәл тауына күтәреләсәкмен, тип үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Быға тиклем тәмәке тарта инем, ташланым, хәҙер спорт менән даими шөғөлләнәм, спорт залына күнекмәләргә йөрөйөм, – ти Дамир.
Таусылар үҙҙәренә алмашты мәктәп эскәмйәһенән әҙерләй.

– Хеҙмәт бурыстарымды үтәй башлау менән, мине лә был эшкә йәлеп иттеләр. Йәштәр араһында ойошторолған ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы “Инженериада” тип исемләнгән ғилми-техник конкурсҡа остаз итеп тәғәйенләнеләр.
Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары менән беҙ яңы проект өҫтөндә баш ватабыҙ. Әлеге ваҡытта ҡулланылған сигналлаштырыу, үҙәкләштереү, блокировкалау системаларын яңыртып, “Комбинат” – “Межозерный” станцияларының үткәреү һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Тәүҙә проект бик ауыр кеүек тойолдо, әммә тырышабыҙ. Маҡсатыбыҙ – Урал тау-металлургия компанияһының Техник университеты инженериадаһы финалында ҡатнашыу, – тип пландары менән уртаҡлашты йәш белгес.
Эйе, ныҡыштар ғына маҡсаттарына ирешә. Дамир Насиров – тап шундай йәш кешеләрҙең береһе. Белмәгәнен өйрәнергә, тәжрибәлерәк хеҙмәттәштәренән ярҙам һорарға тартынмай, һайлаған һөнәре серҙәренә төшөнөргә, һәр көнөн файҙалы итеп үткәрергә, алға ынтылырға тырышҡан егеттең киләсәге лә өмөтлө төҫмөрләнә.
Читайте нас