Мәғлүм булыуынса, 2021 йылда Башҡортостанда 47-се “Апимондия” конгресы һәм халыҡ-ара “АпиЭкспо” күргәҙмәһе үтәсәк. Ошо йүнәлештә әҙерлек эштәре бара – яңыраҡ “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы башҡарма комитетының онлайн конференцияһы уҙҙы.
Унда “Апимондия” Халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы федерацияһы президенты Джефф Петтис һәм вице-президенты Питер Козмус, генераль секретары Риккардо Себастьянини, башҡарма комитет ағзалары, 47-се “Апимондия” конгресының операторы – “Конмарк” компанияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙҙең ил яғынан иһә онлайн конференцияла Рәсәй умартасылары милли союзы президенты Арнольд Бутов, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, конгресҡа әҙерлек буйынса урындағы ойоштороу комитеты вәкилдәре булды.
Илшат Тажетдинов 47-се Конгресс операторҙары менән башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Ултырышта сарала йәлеп ителәсәк инфраструктура объекттарын әҙерләү, “АпиЭкспо-2021” күргәҙмәһен үткәреү, сараны асыу һәм ябыу тантанаһы, туристик турҙар ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
“Апимондия” етәкселеге Рәсәйҙең виза һәм таможня мәсьәләләренә булышлыҡ итеүе, сарала ҡатнашыусыларҙы күпләп йәлеп итеү өсөн конгрес үткәреүҙе Рәсәйҙә һәм сит илдә популярлаштырыу мөһим булыуын билдәләне.
Шулай уҡ Рәсәй умартасылары өсөн теркәү иғәнәһе мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде. Илшат Тажетдинов илебеҙ умартасылары өсөн ҡатнашыуға ташламалы хаҡ ҡуйыу мөмкинлеген ҡарау тәҡдимен индерҙе. “Апимондия” етәкселеге быны хупланы.
Башҡарма комитеттың сираттағы ултырышы 6 июндә уҙа, унда иһә буласаҡ Конгрестың ғилми программаһын әҙерләү мәсьәләләре ҡараласаҡ.