Иҡтисад
19 Май 2020, 10:34

Ямғыры ла ваҡытында ҡыуандыра

“Алға”лар һәр саҡ алда.

Саҡмағош районы хужалыҡтары, мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап, яҙғы баҫыу эштәрен дәррәү алып бара. “Алға” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре тәбиғәт бүләк иткән һәр аяҙ көндө тулы ҡеүәтендә файҙаланып, бурысты ҡыҫҡа ваҡытта үтәргә иҫәп тота. Ете мең гектарға яҡын майҙанда уларға эш атҡарырға тура киләсәк. Бөгөн ауыл уңғандары ужым культураларын химик утау менән шөғөлләнә.


Белгестәр ужымдың һәйбәт ҡыш­лауын, ҡабаттан сәсеү талап ител­мә­үен белдерә. Әле улар өс мең гек­тарға яҡын майҙанда сәсеүҙе баш­ҡарған. Көнбағыш, борсаҡ эшен тамамлап, тиҙҙән бер йыллыҡ үлән­дәр, силос өсөн кукурузға тотонмаҡ­сылар.

– Шөкөр, йыл матур килә, ямғыры ла ваҡытында ҡыуандыра, ер дымға туйынды, был айырыуса мөһим, – ти хужалыҡтың баш агрономы Фәнил Маннанов. – Техниканың ҡеүәтле, яңы һәм заманса булыуы ла яҙғы баҫыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ ойошторорға мөмкинлек бирә.
Әйткәндәй, сифатлы орлоҡ, минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары бында етерлек күләмдә хәстәрләнгән.

Хужалыҡтың Туҙлыҡыуыш, Сыйрышбаш ауылдарында урынлашҡан һөтсөлөк фермаларында һәм мал һимертеү комплексында барлығы 2024 баш һыйыр малы иҫәпләнә, уларҙың 670-кә яҡыны – ҡара-сыбар тоҡомло һауын һыйырҙары.
Малдар йәйләүҙә май баштарынан уҡ тотола. Әйт­кәндәй, йәйләүҙәр заманса ҡора­малдар менән йыһаз­ландырылған, һөт, һыу үткәргестәр бар, ҡеүәтле һыуытҡыстар урынлаш­тырылған. Хуш еҫле үлән уртлап туҡланғас, һауылған һөт күләме лә күпкә артҡан. Әле малсылар көнөнә 10 тонна аҡ алыуға өлгәшә. Бәләбәй һөт комбинаты менән уңайлы килешеү төҙөлгән, унан көн һайын продукцияны килеп алалар.
– Былтыр һауынсылар һәр һыйырҙан ете мең килограмдан ашыу һөт һауып алды, – ти һөтсөлөк фермаһы мөдире Эдуард Ялаев. – Ҡыш буйына уларҙың тырышлығы менән юғары уңыштарға өлгәштек. Малдарҙың аҙыҡ өҫтәле лә мул булды. Шөкөр, киләсәктә лә һынатмаҫбыҙ, тип уйлайым.
Етәкселек, хужалыҡ эшсәндәренең барыһын да маҡтап телгә алып: “Кемделер айырым билдәләп тә булмай, һәр береһен бөгөндән гәзит битенә бирергә була”, – тине.
– Эшебеҙҙе яратып, намыҫ менән башҡарырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә намыҫ менән хәләл көсөңдө һалған хеҙмәт һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтә бирә, – ти малсылар.
Хужалыҡ оҙаҡ йылдар тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнә, бында тәрбиәләнгән йәш таналарҙы респуб­ликаның төрлө хужалыҡтарында осратырға була. Хатта сит өлкәләрҙән дә һатып алалар икән.
Йәмғиәттә әле 200-гә яҡын кеше эш менән тәьмин ителгән. Ололарға алмашҡа йәштәр кәрәк, махсус белемле белгестәрҙән мал табибы, яһалма ҡасырыу белгесе талап ителә.
Хужалыҡта берҙәм коллектив тупланған. Тәжрибәле һауынсылар Зөләлә Мифтахова, Гөлнара Кәри­мова, Ғәниә Ильясова, Миләүшә Тайыпова, Гөлсинә Сибәғәтуллина, Ирина Сәлимова, Эльза Саматова, көтөүселәр Ревенер Миһранов, Рәфит Мифтахов һәм башҡаларҙың тырыш хеҙмәте менән йәмғиәт юғары уңыштарға өлгәшә лә инде.


Саҡмағош районы.
Читайте нас