Иҡтисад
22 Май 2020, 12:00

Продукция экспорты икеләтә артты

Башҡортостанда шәкәр экспорты 12 тапҡырҙан ашыуға артҡан.

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты күләме 50 миллион долларҙан ашып киткән. Былтыр ғинуар-апрелдә был күрһәткес 25,5 миллион доллар тәшкил иткән.
“Республика халҡының ихтыяжынан байтаҡҡа артығыраҡ етештерелгән продукция төрҙөре буйынса экспорттың юғары үҫеше күҙәтелә, – тине республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмас Ғәлимов. – Мәҫәлән, 2020 йылдың тәүге дүрт айында 17,6 миллион долларлыҡ 24,9 мең тонна көнбағыш майы экспортҡа сығарылған, йәғни былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк”.
Бынан тыш, Башҡортостанда шәкәр экспорты 12 тапҡырҙан ашыуға артҡан. Ғинуарҙан апрелгә тиклем экспорт 8,4 миллион долларға еткән.
Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, агросәнәғәт комплексында продукция экспорты күләменең үҫә барыуы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы төҙөлгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға туранан-тура бәйле.
Фото: strategy24.ru
Читайте нас