21 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә онлайн-осрашыу үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тикшерелде.
Шуларҙың береһе – Әбйәлил районында “РЕСА” компаниялар төркөмөнөң орлоҡ эшкәртеү һәм етен, рапс майы етештереү заводын төҙөү. Эшҡыуар Анастасия Разумова һөйләүенсә, майҙансыҡта биналарҙы әҙерләү тамамланған, автоматлаштырылған төргәктәр линияһы эшләй, ҡорамалдар һатып алына башлаған.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, етен үҫтереү төбәктәге агросәнәғәт комплексы өсөн мөһим йүнәлеште тәшкил итә. Быйыл аграрийҙар был культураны 50 мең гектар ергә сәсергә ниәтләй.
Проектҡа һалым ташламаһы һәм ҡорамалдар хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия бирергә ҡарар ителде. Республика Башлығы шулай уҡ Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына заводҡа илткән юлды төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Стәрлетамаҡтағы 1-се тимер-бетон заводының генераль директоры Олег Никифоров технологик яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу нигеҙендә етештереүҙе яңыртыу пландары менән таныштырҙы. Завод продукцияһы нефть һәм газ, юл тармағы объекттары төҙөлөшөндә, шул иҫәптән үҙенсәлекле инфраструктура объекты – Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы төҙөлөшөндә киң файҙаланыла. 90 миллион һумлыҡ проектты инвесторҙар “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” программаһы нигеҙендә, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем йәлеп итеп, тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе хупланы.
– Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу үҙебеҙҙең төҙөлөш материалдары етештереүселәргә яҡшы этәргес бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Республика предприятиеларының проектта әүҙем ҡатнашыуы - ҡыуаныслы хәл.
Урал пружиналар заводы генераль директоры Денис Лоҡманов Белорет йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ниәтен белдерҙе. Инвестор унда автоматлаштырылған рессоралар производствоһын асырға теләй. Апрель башында башланғысты “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында ла тикшергәндәр. Ул өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән. Майҙа иһә республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиеның етештереү майҙансығында булған. Завод технологик ҡорамалдарҙың күпселеген һатып алған, “КамАЗ”дың төп конвейеры өсөн рессораларҙың тәжрибә партияһын сығарыуға килешеү төҙөгән. Продукцияны Евросоюз илдәренә лә экспортлау мөмкинлеге ҡарала.
Кәңәшмәлә шулай уҡ “Благовещен” индустриаль паркы эшмәкәрлегенә анализ яһалды. Ошо биләмәлә проекттарҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн ер бүлергә ҡарар ителде. Мәғлүм булыуынса, парк резиденттары 600-ҙән ашыу эш урыны булдырған да инде.