Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҙур үҫеш кисерә. Кемдер төрлө программаларҙа ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә, икенселәр гранттар ота, шуға күрә иҡтисади яҡтан көслө, матди-техник базаһы ныҡ хужалыҡтар, ниндәй шарттар булыуға ҡарамаҫтан, яҙғы сәсеүҙе, шул иҫәптән башҡа миҙгелле эштәрҙе лә артыҡ мәшәҡәтһеҙ атҡарып сыға. Ә бына ошо мөмкинлектәрҙән бер аҙ ҡалышҡан, үҙ көстәре менән крәҫтиән (фермер) хужалығын алып барған, сит ил техникаһы булмаған, ергә элиталы орлоҡтар һалмаған, минераль ашламаларҙы күптән индермәгән фермерҙарҙың эше тәүгеләрҙекенән ҡырҡа айырыла.
Был юлы беҙ тап шундай хужалыҡтар менән танышыу маҡсатын ҡуйҙыҡ һәм Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов менән элекке “Ирәндек” совхозы баҫыуҙарына юл тоттоҡ.
Ерҙең ҡәҙере ҡайҙа урынлашыуында, майҙанының күпме булыуында түгел, ә хужаһының уны яратыуынан һәм уға нисек мөрәжәғәт итеүенән тора. Ергә хөрмәт күрһәтелә икән, ул да бурыслы булып ҡалмай, киреһенсә, көҙ үҙ бәрәкәте менән ҡыуандыра ғына. Көндөң йылы һәм ҡоро тороуы игенселәр өсөн бик уңай: улар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, ерҙә дым бар сағында тупраҡҡа орлоҡ һалып ҡалырға ашҡына.
Казанка ауылы фермеры Азат Маликов – райондың танылған игенселәренең береһе. Бөрйән районында тыуып үҫкән Азат Абдулла улы бар ғүмерен “Ирәндек” совхозын үҫтереүгә арнай. Алдынғы механизатор булараҡ, ул намыҫлы эше менән хаҡлы абруй ҡаҙана. Илдә колхоз-совхоздар тарҡалғас, үҙ эшен асырға тәүәккәллек итә. 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырып, игенселек менән шөғөлләнә. Аҡрынлап техника һатып ала, сәсеү майҙандарын арттыра.
Беҙ барған көндә игенсе ауылдан алыҫ булмаған баҫыуҙа улы Вадим менән һоло сәсергә төшкәйне. Ваҡытының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә ваҡыт тапты.
– Һолонан һуң бойҙайға, арпаға тотонасаҡбыҙ, әле ерҙә дым етәрлек, шуға күрә бер минутты ла бушҡа үткәрмәй, сәсеүҙе тиҙ арала башҡарып ҡуйырға ине. Бөтәһе 300 гектар сәсеү майҙаны бар, шуның 100 гектарын быйыл ял иттерәбеҙ, пар ере булараҡ ҡалдырабыҙ. Яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алдыҡ, йылдан-йыл хаҡтар ҙа күтәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер эшен алып барыу йылдан-йыл ҡатмарлаша, техниканың да хаҡы “тешләшә”, – ти тәжрибәле игенсе.
Шуға күрә бөгөн ауыл ерендә йәшәүсе фермерҙарҙың күбеһе эшҡыуарлыҡты ғаилә менән бергә алып барыу яғында. Азат Маликов менән улы Вадимдың яҙғы сәсеүҙе икеһе генә атҡарып сығырға батырсылыҡ итеүенә һоҡланырға ғына ҡала.
Берҙән, игенсе үҙенең улына ер эшенең нескәлектәрен төшөндөрә, икенсенән, артабан фермерлыҡты уның иңенә “туғарырға” уйлай. “Үҙем бер ниндәй ҙә дәүләт программаларында ҡатнашманым, йәшем дә үтте, шуға күрә фермерлыҡ эшен улыма тапшырмаҡсымын. Хәҙерге йәштәр беҙгә ҡарағанда башлыраҡ та, заман менән йәнәш тә атлай. Дәүләт программаларында ҡатнашырға ла теләге булыр, яңыса эш алымдарын да ҡулланыр тигән өмөттәмен”, – ти атаһы.
Йорт хужабикәһе Роза ханым баҫыу батырҙарын йылы аштары, яғымлы һүҙҙәре менән һәр иртә оҙатып, кисен ҡаршы ала.
Казанка ауылының тәжрибәле эшҡыуарҙарының береһе Иштуған Сабитовты ла баҫыуҙа осраттыҡ. Фермер улдары Марсель, Динис һәм туғаны Фәнис Рәсүлев менән арпа сәсеүгә төшкән.
– Сәсеүҙе башлауыбыҙға ике аҙна тирәһе булалыр. Әле 100 гектар майҙанда һоло сәсеүҙе тамамлап, 260 гектарҙа арпа сәсергә төштөк. Артабан 87 гектарҙа бойҙай сәсеү планлаштырыла. Күреүегеҙсә, баҫыу буйлап өс техника иңләй, көндәр ҡоро торғанда, эште тамамлап ҡалырға ине. Шулай уҡ ямғырҙар яуырына ла ышаныс ҙур, сөнки орлоҡто ергә һалыу менән шифалы ямғыр ваҡытында яумаһа, мул уңышҡа өмөт юҡ. Әле тупраҡта дым яҡшы, шуға күрә яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала атҡарып сыҡмаҡсыбыҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты Иштуған Зекриә улы.
Басай ауылында тыуып үҫкән Иштуған Сабитовтың хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу, ул 40 йылдан ашыу “Ирәндек” совхозының алдынғы механизаторы булып эшләгән. Ер эшен яратҡан йүнсел, фермерлыҡҡа тотоноп, әле улдарында ла ергә һөйөү уята, уларға бар яҡлап ярҙам итә. Әйткәндәй, улдары Марсель менән Динис та, атайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеп, киләсәктә үҙ эшен асырға хыяллана, тимәк, игенселәр династияһы лайыҡлы дауам итә.
Үҙен ерҙең ысын хужаһы тип танытҡан фермер Илдар Мусинды районда яҡшы беләләр. Әхмәр ауылында йәшәүсе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, үҫемлекселек менән бер рәттән, малсылыҡ тармағы буйынса ла махсуслашҡан. Ерҙең йәмен, тәмен тойған, унһыҙ йәшәй алмаҫын аңлаған Илдар Мусин 2011 йылда үҙ эшен асып ебәрә.
Йәмле Төйәләҫ буйында урынлашҡан Мартын баҫыуы тракторҙар тауышына күмелгән. Хужалыҡ етәксеһе, бер-бер артлы бураҙналар ярған техниканы күҙәтеп, эштәренең көйлө булыуына ышанғас, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт бүлде. Күҙҙәрендә “мәлһеҙ йөрөйһөгөҙ” тигән шелтәле ҡараш та сағылғандай тойолдо. Ни тиһәң дә, игенсе өсөн иң ҡыҙыу һәм яуаплы осор, әлбиттә.
– Быйыл бөтәһе 180 гектарҙа һоло, 200 гектарҙа бойҙай, 100 гектарҙа арпа сәсеү ҡаралған, ҡалған 230 гектар майҙанды бер йыллыҡ үләндәр биләйәсәк. Фирғәт Мусин, Ирәндек Байғужин, Азамат Шәрипов – йыл һайын ышаныслы эшләп килгән ярҙамсыларым, әммә миҙгелле эшкә йәлеп итерлек һөнәрмәндәрҙе табыуы ҡыйын. Үҙебеҙҙә эшләргә теләүселәр табылмағас, күрше ауылдан механизатор алып килдем. Хәҙер кеше өйҙә буш ята, әммә ҡуҙғалырға ашыҡмай. Ауыл хужалығына йәш кадрҙарҙың килмәүе киләсәктә ҙур проблемаларға килтереүе ихтимал, – ти тәжрибәле фермер.
Ергә ҡарата фермерҙың үҙ мөнәсәбәте: орлоҡто сәсеүҙә лә ул күп йылдар һыналған арҡыры-буй ысулын ҡуллана. Сығымдар икеләтә артыҡ булһа ла, был алым күпкә ышаныслыраҡ, ти. Икенсенән, орлоҡто ергә һалып ҡына мул уңышҡа өмөт итеп булмаҫын үҙ иңендә татыған фермер һаман булһа эҙләнеү юлында.
Ауыл кешеһен малһыҙ бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай. Илдар Мусиндың да 40 баштан ашыу һауын һыйыры һәм шунса тиерлек йәш таналары бар. Малдар әле йәйләүгә сыҡҡан, көнөнә 300 литрҙан ашыу һөт һауыла.
Йыл һайын яңы техника һатып алына, быйылғы уңышты имен-һау йыйыу өсөн яңы комбайн алыу теләге менән яна тәжрибәле фермер. Был тәңгәлдә дәүләт ярҙамы булғанда, тәүәккәлләргә булыр ине, ти ул. Шулай ҙа бөгөнгө иҡтисади көрсөк тә, коронавирусҡа бәйле киҫкен хәлдәр ҙә бер аҙ туҡталып торорға мәжбүр итә. Әйткәндәй, ауыл аграрийҙары өсөн көндәлек тормош һәм йәшәйеш бер ниндәй пандемияға ҡарамай, дауам итә.
Алдан әйтеп үтеүемсә, сираттағы командировка ҡасандыр гөрләп торған “Ирәндек” совхозы баҫыуҙары буйлап үтте. Был төбәктәге фермерҙар үҙҙәренең көсө менән генә йәшәй, йыл һайын тәбиғәт тә уларҙы иркәләтмәй, төрлө һынауҙарға дусар итә. Шуға күрә уларҙың баҫыуҙарында сит ил техникаһы ла күренмәй, хатта 1970 йылда сыҡҡан “Беларусь” тракторы ла тәжрибәле механизатор ҡулында гөрләп эшләй, әммә был ағайҙарҙың күҙҙәрендә осҡон балҡый, ергә булған һөйөүҙәре шул тиклем ихласлыҡ менән тирә-йүнде нурға күмә, тупраҡҡа ҡөҙрәт өҫтәй, орлоҡто шунда уҡ шыттырып сығарыр ниндәйҙер бер сихри көстәргә эйә улар.
Һөнәрҙәренә генә түгел, игенсе асылына ла тоғро ҡалыуҙары хөрмәт һәм ихтирам уята. Күптәр кеүек хаҡы һәйбәт тип, техник культуралар сәсеү менән булышмай, игенселәр йылдар буйы сәскән һоло, арпа һәм бойҙай сәсеүгә хыянат итмәүҙәре йәнә бер тапҡыр һоҡланыу уята. Ысын ер кешеләре, ысын игенселәр йәшәй бында: тырышып икмәк үҫтерә, ауылдаштарын ашлы һәм эшле итә, игенсе һөнәренә тоғро ҡала.