Республикала танылыу алған фән эшмәкәрҙәренең береһе, ғалим-педагог, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов гәзитебеҙҙе уҡыусыларға яҡшы таныш: ул иҡтисад һәм социаль темаларға мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, ул эшләгән сканвордтар ҙа баҫыла килә. Бөгөнгө фән нисек йәшәй, иҡтисад өсөн белгестәр әҙерләү кимәленә нисек баһа бирергә була һәм уны нисегерәк итеп юғарыраҡ кимәлгә күтәрә барырға, бөгөнгө матбуғат сараларына ҡарата ул ниндәй ҡарашта... – Башҡорт дәүләт университеты доцентына ошондай һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
– Илдар Миҙхәт улы, ни өсөн бөтә һөнәр-йүнәлештәр араһында һин тап иҡтисадты һайланың? Ул нимәһе менән ылыҡтырҙы? Бөгөн “эх, икенсе һөнәргә уҡырға кәрәк булған...” тигән үкенеү тойғоһо борсомаймы?
– 1978 йылда Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбен тамамлағас, ниндәй һөнәр, уҡыу йорто һайларға тигән проблема килеп тыуҙы. Ул саҡта төпкөл ауыл егетенә Өфө ҡалаһы бөтә донъяның үҙәге кеүек тойола ине. Беҙгә, хәҙерге һымаҡ, һайланырға киң мөмкинлектәр булманы. Өфөләге вуздар араһында авиация, нефть институттарын һайлау ҙа мөмкин булманы, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Беҙҙең өсөн был вуздар аңлайышһыҙ ине. Оҙаҡ ҡына баш ватҡандан һуң, БДУ-ның география факультетында туҡтаным. Хыялым геолог булыу ине, сөнки беҙҙең яҡтарҙа алтын, баҡыр ятҡылыҡтарын асыу теләге көслө булды.
Имтихандарҙы яҡшы ғына тапшырғас, факультеттағы ҡабул итеү комиссияһында Дондағы Ростов ҡалаһы университетындағы иҡтисад факультетына барырға тәҡдим иттеләр. Республика өсөн иҡтисад белгестәре кәрәк, тигәстәре, атай-әсәй ризалығын алмайынса (ә быны тиҙ генә алып булмай ине), ризалаштым да ҡуйҙым. Баҡтиһәң, республика ошо форма аша СССР-ҙың башҡа ҡалаларында үҙенә кәрәкле белгестәрҙе әҙерләй икән. Шулай итеп, үҙем дә уйламағандан иҡтисадсыға уҡырға тура килде. Минең ул саҡтағы аң буйынса иҡтисадсы колхоздағы бер белгес ине. Совет тәрбиәһе буйынса, йәғни республикама кәрәк булғас, киттем дә барҙым Ростов ҡалаһына. Башҡортостандан 15-ләп кеше уҡып сыҡтыҡ. Дипломым буйынса мин иҡтисад теорияһы белгесе, политэкономия уҡытыусыһымын. Өфөгә ҡайтып, авиация институтында уҡыта башланым. Өс йылдан һуң Мәскәүгә барып, финанс институтының аспирантураһына инеп, диссертация яҡлап, фән кандидаты булып киттем.
Бына шулай, мин иҡтисадты һайламаным, киреһенсә, ул мине һайланы. Геолог булмай, иҡтисадсы булып киткәнемә һис тә үкенмәйем. Ул саҡта иҡтисадсының кем икәнен йүнләп аңламаған ауыл малайына тормош бик яҡшы һөнәр бүләк иткәненә ҡыуанып бөтә алмайым.
Беҙгә Ростовта бик төплө белем бирҙеләр. Карл Маркстың тәғлимәте менән яҡшы танышмын. Уны нисек кенә инҡар итергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр көрсөк һайын уның төп хеҙмәтен – “Капитал”ды – ҡулға алмаған кеше һирәктер. Бик ҡатмарлы булған йәмғиәтебеҙҙе өйрәнеүҙә, уның ҡанундарын асыҡлауҙа К. Маркстың фәнни методын ҡуллана белеү миңә күп файҙа килтерә. Маркс ғалим ғына булып ҡалмаған, көн һайын тиерлек публицистика менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапҡан. Уның был һыҙаты миңә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Тора-бара үҙем дә публицистик мәҡәләләр яҙа башланым.
– Һөнәр һайлауға ғаиләләге тәрбиә, мәктәптәге педагогтарҙың йоғонтоһо, үҫмер саҡтағы ынтылыш-хыялдар ҙа булышлыҡ итә торған. Һин дә шулай тип дәлилләй алаһыңмы?
– Һөнәр һайлауҙа уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ. Был йәһәттән география уҡытыусыһы Мәрйәм апай Шакированы билдәләп китер инем. Ул шул тиклем ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәреп, төрлөсә дәртләндереп, үҙенең фәненә һөйөү уятты. Ғөмүмән, үҙемдең һәр уҡытыусыма ла рәхмәтемде белдергем килә. Рус теле булһынмы, математика, физика, химия булһынмы, был уҡытыусыларҙың барыһы ла минең формалашыуымда үҙенең өлөшөн индерҙе. Һәр береһе. Хатта бала саҡта “был – насар уҡытыусы” тип йөрөгәндәремә лә рәхмәт әйткем килә. Хәҙер аңлайым, насар уҡытыусы булмай икән. Бөтә уҡытыусы ла, хатта уның уҡытыу кимәле түбән булғаны ла, сөнки уҡырға тырышҡан һәр бала өсөн үҙаллы белем алырға стимул тыуа.
– Һин уҡытҡан Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад институтына абитуриенттар ниндәй әҙерлек менән килә? Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең күпселеге тураһында йәмәғәтселек бөгөн маҡтау һүҙҙәре әйтә алмай. Был нилектән шулай килеп сыға?
– Бында әллә ни ҙур айырма күрмәйем. Бөгөнгө мәктәп ниндәй уҡыусылар әҙерләп бирә, шул контингент беҙгә эләгә. Абитуриенттар араһында төрлөһө була. Әкиәттәге күренештәр бында ла ҡабатлана: әбей менән бабайҙың өс малайы бар, берәүһе – дүрәк. Беҙҙең дә студенттар өс өлөштән тора: береһе тырышып уҡый, икенсеһе ваҡыт үткәрергә килә, өсөнсөһө уҡый алмай: хатта ябай ғына процентты сығара алмағандары ла осрап ҡуя. Бөтә йәштәргә лә юғары белем бирергә тырышыу – тормошҡа ашмай торған идефикс. Ошо сәйәсәт арҡаһында уҡытыу кимәле төштө, сөнки уҡый алмағандарға аңлатам, тиһәң, тырыштарының мотивацияһы юғала, ә ялҡауҙарҙы ҡыуып сығарһаң, вуз аҡсаһыҙ ҡала.
Һөҙөмтәлә “каруандың тиҙлеген аҡһаҡ дөйә билдәләй” ҙә ҡуя. Һуңғы йылдарҙа алып барылған дәүләт сәйәсәте лә вуз уҡытыусыһының төп эше итеп төрлө ҡағыҙ тултырыуҙы алға ҡуя. Был беҙгә генә ҡағылмай. Юғарыла бирелгән һорауыңа яуап бирәм: ҡайһы берҙә вуз уҡытыусыһын ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенә биреп ҡуйырға ла мәжбүр итәләр.
– Йәштәр хәҙер фән өлкәһендә эшләргә “бик атлығып тормай” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Бында эш хаҡының ҙур булмауы ғына сәбәп түгелдер? Ғалимдарҙың хеҙмәт хаҡы элек тә әллә ни иҫ китерлек булманы бит...
– Фән менән шөғөлләнеү өсөн юғары эш хаҡы мотлаҡ шарт түгел. Ғилми эш – ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс шөғөл. Ул һине үҙенә тартып тора. Быны аңламаған ҡайһы бер чиновниктар фәнде баҫып сығарылған монографиялар, мәҡәләләр менән тиңләй: публикацияларың ни тиклем күберәк булһа, һин яҡшы ғалим. Шунлыҡтан да ялған фән кандидаттары, докторҙары күбәйҙе. Ташҡа баҫып сығарылған, ләкин бер тапҡыр ҙа уҡылмаған яҙмалар йылдан-йыл арта. Һуңғы ваҡытта быға юл ҡуймаҫҡа кәрәклеген аңлаусылар арта башланы.
– Үҙеңдең фәнни хеҙмәт тураһында ла һөйлә әле – ниндәй темалар өҫтөндә эшләйһең?
– Мин, дөйөм иҡтисад теорияһы белгесе булараҡ, иҡтисади системаның йәмғиәттә тотҡан урынына бәйле бөтә һорауҙар менән дә ҡыҙыҡһынам. Уның башлыса социаль өлкәгә йоғонтоһон, ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙың булмышына тәьҫирен өйрәнәм. Ябай ғына миҫал: ир-егет магазинға йөрөргә яратмай, ә ҡатын-ҡыҙ өсөн шопинг – донъялағы иң ҡыҙыҡ шөғөл, улар ҙур гипермаркетты бер нисә тапҡыр урап сығырға ла йыбанмай. Был ниҙән килә? Ошоноң һымаҡ һорауҙарға яуап эҙләү – минең өсөн иң ҡыҙыҡлы шөғөл, йәғни фән ул. Студенттарҙы ла ошоноң менән иҡтисад фәненә йәлеп итергә тырышам.
– Матбуғат менән хеҙмәттәшлек итеү, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙыу теләге ҡасан уянды һәм ни яғы менән ҡыҙыҡһындырҙы?
– Бында төп ролде атай менән әсәй уйнаны. Әсәйем Маузиға Ғаффан ҡыҙы ғүмер буйы район гәзитендә мәҡәләләрен баҫтырып торҙо. Китапхана техникумы белеме менән ул яҙышҡас, мин ни ерем менән унан кәм, тип иҫәпләнем. Атайым иһә, Миҙхәт Әхәт улы, төрлө йыйындарҙа бер кемдән дә ҡурҡмай, тураһын әйтә алыуы менән айырылып торҙо. Әхмәр Үтәбәйҙың “атайым өсөн дә яҙам” тигәнен икенсерәк аңлайым. Мин дә атайым өсөн яҙам. Уның минеке һымаҡ белеме булһа, ул да ошолайтып яҙыр ине, тигән уй башымдан бер ҡасан да сыҡмай. Атайымдың ошо образы мине публицистика менән шөғөлләнергә мәжбүр итә лә инде. Уның роле бынан да ҙурыраҡ. Ул беҙҙе һәр тотонған нәмәне сифатлы итеп, еренә еткереп эшләргә өйрәтте. Шунлыҡтан да инде кроссвордтар, афоризмдар менән булыша башланым. Башҡорт телендә сыҡҡан кроссвордтарҙың сифатының түбән булыуын күреп, мин яҡшыраҡ эшләй алам даһа, тип ошо эшкә тотоноп, “кроссвордтар батшаһы” булып киттем (йылмая – Р.К.). Ғәбит Садиҡовтан һуң афоризмдарға ҡытлыҡ тыуғас, был шөғөл дә бик мауыҡтырғыс булып китте. Башҡорт телен уҡытыу ҡыҙыҡ булһын өсөн, төрлө уҡытыу алымдары тураһында әле китап та яҙам. Уларҙың бер нисәһе “Башҡортостан” гәзите биттәрендә лә баҫылғайны. Һуңғы ваҡытта ҡыҫҡа хикәйәләр ҙә ижад итә башланым.
Тағы ла бер нәмә. Республика мине Ростовҡа ебәреп уҡытып алғас, мин Башҡортостан халҡы алдында үҙемде бурыслы итеп тоям. Алған белемемде халыҡҡа еткереү – минең өсөн яуаплы эш. Ҡалын-ҡалын бер кем дә уҡымай торған монографиялар яҙғансы, уҡымлы мәҡәлә яҙыуҙы мең артыҡ күрәм. Бында мин, бәлки, ғалим булмаһам да, мәғрифәтсе булырлыҡ эш алып барам, тип иҫәпләйем.
– Публицистикаға килгәндә, был жанрҙың үҙенсәлектәрен нимәлә күрәһең?
– Журналистика жанрҙары донъя һымаҡ ҡатмарлы. Уларҙың һәр төрөнөң үҙ урыны бар. Бында бер сағыштырыу урынлы булыр. Ҡарлуғастарҙың нисек осоуына ҡарап, һауа торошон билдәләп була: түбән осһалар – ямғырға, юғары осһа – аяҙға. Быны тасуирларға яратҡан журналист теге йәки был ҡарлуғастың, себендең тормош фажиғәһен оҫта күрһәтеп, уҡыусының күҙ йәшен сығарырлыҡ мәҡәлә ижад итә ала. Унда ниндәйҙер фәһем һалынһа, бигерәк тә шәп. Гәзит уҡыусылар араһында бындай жанрҙы яратҡан кешеләр күп.
Журналистиканың икенсе баҫҡысы – публицистика. Унда журналист ҡарлуғастарҙың ни өсөн юғары йәки түбән осҡанын асыҡлап яҙа. Кеше күҙенә күренмәгән себендәр ҡарлуғастарҙы ошолай осорға мәжбүр итә. Бындай авторҙар йыш ҡына профессиональ булмаған журналистар араһынан сыға.
Өсөнсө баҫҡыс – аналитика. Бында журналист себендәрҙең ни өсөн түбән йәки юғары осҡанын асыҡлай алыу һәләтенә эйә була. Бында инде бай тормош тәжрибәһе, тейешле әҙерлеге булған авторҙар һәм, әлбиттә, уҡыусылар, талап ителә. Был жанрға дәүләт етәкселәре лә иғтибар итергә тейештер. Үкенескә, был аналитикаға ҡолаҡ һалған кеше бик һирәк.
– Донъя һәм Рәсәйҙең киләсәк иҡтисади үҫеше буйынса ниндәй күҙаллауҙар яһарға мөмкин? Билдәле иҡтисадсылар һәм сәйәсәтселәрҙең был туралағы сығыштары әллә ни өмөт уятмай – улар “covid-19” пандемияһының былай ҙа көрсөк алдында торған донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын фаразлай...
– Иртәгә ниндәй һауа торошо икәнлеген аныҡ ҡына белмәгәнде, йәмғиәтебеҙҙә ни булырын алдан билдәләү мөмкин түгелдер. Шунда ла бер нәмә минең өсөн көн кеүек асыҡ – донъяла бөгөнгө йәмғиәт кеше булмышына тап килмәй, уны камиллаштырырға тейешбеҙ.