Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн аукцион иғлан итте. Был хаҡта мәғлүмәт 19 майҙа ведомствоның рәсми сайтында баҫылды. Документҡа ярашлы, аукционға бөтәһе 83,550 мең кубометр ағас һатыу буйынса 115 лот ҡуйылған.
Ҡырҡындылар Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡариҙел, Нуриман, Тирлән, Туймазы һәм Учалы урмансылыҡтары биләмәләрендә урынлашҡан.