Башҡортостан Хөкүмәте республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә төбәктәге экспортлаусыларға байтаҡ ярҙам сараларын ғәмәлгә индерҙе.
Улар иҫәбендә – сит илгә тауар ташыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреү, халыҡ-ара ойошмаларҙа продукцияны сертификатлауға сығымды компенсациялау. Әле иһә улар өсөн финанс ярҙамының тағы ла бер төрө әҙерләнә.
Дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева әйтеүенсә, экспорт йүнәлешендәге ойошмалар өсөн аҡсалата ярҙамдың “экспорт кэшбегы” тигән өсөнсө яңы төрөн ғәмәлгә индереү планлаштырыла. Ул башҡарылған экспорт килешеүенең 10 проценты күләмендәге грантты тәшкил итәсәк. Был ярҙам Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыуға йүнәлтелгән сараларҙың икенсе пакетына инәсәк. “Экспорт кэшбегы” буйынса грант күләме иң күбе өс миллион һумға етәсәк. Аҡсаны яңы илдә баҙарҙы үҙләштереү йәки яңы төр тауарҙы экспортҡа сығарыуҙы күҙ уңында тотҡан килешеүҙәр буйынса кире ҡайтарасаҡтар.
Әйткәндәй, республикала экспортлаусыларға ярҙам күрһәтеү саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға туранан-тура бәйле.
Фото: foreign.bashkortostan.ru