Төбәктең Матросов исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ҡыҙыу осор – ауыл кешеһе киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалыу менән мәшғүл. Йәмғиәт эшсәндәренә өс мең гектарға яҡын майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы йөкмәтелгән.
– Быйыл яҙ бик матур килде, ваҡытында ямғыры ла яуҙы, ҡояшлы көндәре лә һөйөндөрә. Ә беҙгә нәҡ ошондай шарттар кәрәк тә инде, – ти кооператив етәксеһе Илвир Хәлитов. – Егеттәр ҡыш дауамында техниканы ремонтлап, иҫкеләренә йән өрөп, баҫыу эштәренә әҙерләне. Шөкөр, бөгөн ул һынатмай, бер ниндәй тотҡарлыҡтарһыҙ ҡырҙарҙы иңләй.
Ялан батырҙары арпа, борсаҡ, бойҙай кеүек культураларҙы, бер йыллыҡ үләндәрҙе сәсеүҙе тамамлап, әле ужым культураларын туҡландырыуҙы дауам итә. Ошо көндәрҙә улар 200 гектарҙа көнбағыш, силос өсөн кукуруз сәсеүгә төшәсәктәр. Шуныһы мөһим: баҫыуҙарға минераль ашламалар индереүҙе йәлләмәгәндәр. Әйткәндәй, сәсеүгә бөгөн 16 кеше йәлеп ителгән.
Әле хужалыҡта ике ауылдан 73 кеше эш урыны тапҡан. Әлбиттә, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта. Етәкселек йәштәрҙең ауылды ташлап, сит тарафтарға эшкә китеүен билдәләп, механизаторҙар, мал табибы, агрономдар талап ителеүен әйтеп үтте. Пенсионерҙар – бөгөн хужалыҡтың төп таянысы, улар ярҙамында малсылыҡ та, үҫемлекселек тә уңышлы алып барыла. Эш хаҡы уртаса 20 мең һум тәшкил итә. Хеҙмәт һөҙөмтәләренә ҡарап, премия түләнә. Шәхси хужалығында мал аҫраусыларға бесән-һаламы, ем бирелә. Кем теләй, эш хаҡы иҫәбенә быҙау, тана яҙҙырып та ала. Ауыл эшсәндәре көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән.
Техника паркының бай һәм ҡеүәтле булыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана, Рәсәйҙә етештерелгәндәре лә бар, сит илдекеләр ҙә баҫыуҙарҙы иңләй. “Уларҙы яңыртыуға аҡса йәлләмәйбеҙ, сөнки тик төҙөк техника ғына барлыҡ эштәрҙе уңышлы башҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Әлбиттә, төрлө программаларҙа ҡатнашып, лизинг ярҙамына таянабыҙ”, – ти кооператив етәксеһе Илвир Хәлитов. Ошо көндәрҙә хужалыҡҡа тағы ла 20 миллион һумлыҡ ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар ҡайтып етергә тейеш.
Йәмғиәттең бөгөн 700-гә яҡын һыйыр малы, 78 баш йылҡыһы бар. Малдар әле йәйләүҙә тотола. Лагерҙарға матур итеп ремонт үткәргәндәр. Малсылар көнөнә ике мең тоннаға яҡын аҡ һауып алып, Бәләбәй һөт комбинатына оҙата. “Комбинаттан һөттө үҙҙәре килеп ала, юлға сығым китмәй. Шөкөр, сифатлы продукция һауып алыу арта ғына”, – ти етәкселек.
Киләсәктә төҙөлөшкә лә иғтибарҙы арттырып, баҫыуҙарҙан йыйып алынған уңышты һаҡлау өсөн һыйҙырышлы иген һаҡлағыс, иген киптергес, келәт-амбарҙар төҙөүҙе күҙаллайҙар.
Баҫыуҙарҙа иртә таңдан ҡара кискә тиклем тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәткән механизаторҙар Флорид Сәйфетдинов, Наил Шәймәрҙәнов, Жәүҙәт Савин, Нәзим Әсфәндиәров, водителдәр Амур Хөснөтдинов, Фәнсит Хәлитовҡа ҡарата тик маҡтау һүҙҙәрен генә еткерҙе етәкселек. Әлбиттә, ашнаҡсылар Резеда Әсфәндиәрова, Флиҙә Баһауетдиноваларҙың бешергән аштарын һәр кем маҡтап, яратып ашай.
– Тырыштар менән эшләүе лә күңелле, сөнки һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡарырға өйрәнгән. Бәлки, шуға ла һәр тармаҡта уңыш менән ҡаҙанабыҙҙыр, – ти хужалыҡ етәксеһе Илвир Хәлитов.