Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау өҫтөндә. Бөгөнгә 1 миллион 874 мең гектар ер сәселгән. Был пландың 91 процентын тәшкил итә.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Күп райондар эште тамамлаған, ҡалғандары май аҙағында теүәлләйәсәк. Һәм йылы яратҡан культураларҙы сәсеү генә ҡаласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта ужым, яҙғы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрөн ҡарау дауам итә. Ҡыш сәсеп ҡалдырған культураларҙың яртыһын тиерлек химик утап бөткәндәр. Был - 192 мең гектар майҙанда.
Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы техникаһын алыу буйынса яңылыҡтар менән дә уртаҡлашты.
– 2020 йыл башынан 175 трактор, 230 ер эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы һатып алынған. Техник ҡоралланыуҙың төп маҡсаты сәсеүҙе 10 календарь көн (20 көн самаһы) эсендә тамамлау. Был нормативты тормошҡа ашырыу өсөн төрлө класлы өс мең трактор һәм башҡа техника кәрәк, – тине ул.
Быйылғы йылдың дүрт айында дөйөм күләме 2,2 миллиард һум тәшкил иткән 916 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алынған. Был былтырғы күрһәткестән 240 миллион һумға артыҡ. Трактор паркының эштән сығыу ваҡыты уртаса 16 йыл тәшкил итә. Был күрһәткес әле - 68 процент. Эксплуатация ваҡыты үткән тракторҙар иң күбе Тәтешле, Өфө, Миәкә, Балтас, Көйөргәҙе райондарында ҡулланыла. Бында туҙыу күрһәткесе 90 процент тәшкил итә.