Ауыл эшсәндәре өсөн бөгөн ҡыҙыу мәл, улар тәбиғәт бүләк иткән матур, аяҙ көндәрҙе файҙаланып, баҫыуҙарҙа намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Стәрлетамаҡ районының иң ҡеүәтле һәм көслө хужалыҡтарының береһе – Калинин ауыл хужалығы етештереү кооперативында ла көндө төнгә ялғап эшләйҙәр, иртә таңдан баҫыуҙарҙа трактор тауыштары тынмай.
– Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек йыл әйләнәһенә барҙы. Сифатлы орлоғон да, минераль ашламаны ла, яғыулығын да алдан хәстәрләгәс, шөкөр, ҡыҙыу кампанияны ваҡытында тамамларға иҫәп тотабыҙ, – ти хужалыҡтың баш агрономы Серик Берлишев.
Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла етештереү ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра барған хужалыҡтың 30 мең гектарҙан ашыу ере бар. Баҫыуҙар тәрбиәле булғас, йыл һайын мул уңыш алып ҡыуаналар. Ауыл уңғандары бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай, суданка, борсаҡ, рапс, гәрсис үҫтерә. Кукурузға ла өҫтөнлөк бирәләр, сөнки ишле малды ашатырға ла кәрәк бит.
Техника паркы төҙөк һәм яңы. Баҫыуҙарҙы иңләгән агрегаттарҙың күпселеге сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән. Етәкселек техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй, сөнки төҙөк техника ғына эште сифатлы башҡарырға мөмкинлек биргәнен улар яҡшы аңлай.
Әйткәндәй, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй икән, белгестәр көҙ яҡшы уңышҡа өмөт итә.
– Халыҡ беҙҙә тырыш, уңған, һәр кеме үҙ бурысын намыҫ менән башҡарырға өйрәнгән. Ә тырыштар булғанда төрлө ауырлыҡтарҙы еңел үткәрергә була, шуға ла хеҙмәт кешеһенә ихтирам менән ҡарайбыҙ, ҡәҙерҙәрен беләбеҙ, – ти Серик Берлишев.
Баҫыуҙа иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр тир түккән ауыл эшсәндәре Юрий Әминев, Александр Сморщек, Ирек Ниғмәтуллин, Игорь Мучкаев, Батырхан Йәрмикәлиев, Идеал Мөхәмәҙиев, Азамат Әминев, Сергей Негодин, Юрий Карпов һәм башҡалар күптәргә өлгө булырлыҡ. “Бындай егеттәр менән хатта тау аҡтарырға ла була”, – ти етәкселек. Әйткәндәй, хужалыҡта 650 кеше эш урыны тапҡан.
– Әле тәбиғәт тә беҙҙе ҡыуандыра, шифалы ямғырын да, ҡояшлы көндәрен дә йәлләмәй, – ти хужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Николай Коваленко. – Ауыл халҡының кәйефе күтәренке, дәрт-дармандары ташып тора, сөнки эш барышында бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ.
“Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар күрһәтелгәс, премиялар ҙа ҡаралғас, эшләргә дәртебеҙ ташып тора”, – тип ҡыуана игенселәр.
Бөгөн сәсеү менән бер рәттән малсылыҡ тармағында ла эштәр көйлө бара. Малдар әле рәхәтләнеп ялан-ҡырҙарҙа туҡлана, йәйге лагерҙар заманса йыһазландырылған. Хужалыҡтың һигеҙ мең баш һыйыр малы бар. Көн һайын Өфө ҡалаһының һөт комбинатына 50 мең тоннаға яҡын аҡ оҙаталар.
– Ауыл эшсәндәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә, шөкөр, республикаға күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар, – ти етәкселек.