Иҡтисад
27 Май 2020, 18:15

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең иғтибарға!

Әле Эшҡыуарлыҡ аҙнаһының иң ҡыҙған ваҡыты. Иртәгә - сараның өсөнсө көнө. Унда ниндәй программа ҡаралған?

Әле Эшҡыуарлыҡ аҙнаһының иң ҡыҙған ваҡыты.
Алда – сараның өсөнсө көнө. Эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡлы программа, темалар, исемдәре күптәргә билдәле спикерҙар һәм көнүҙәк һорауҙарға яуаптар көтә. Аҙналыҡ йүнселдәргә уңышлы кейстар нигеҙендә көрсөк хәленән сығыу, шул иҫәптән онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу йәһәтенән ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Аҙналыҡтың төп сараһы – “Милли саҡырыуҙар: төбәктәрҙең һөҙөмтәле тәжрибәләре аша көрсөктө йырып сығыу” Бөтә Рәсәй онлайн-конференцияһы. Ул иртәгә сәғәт 12-лә башланасаҡ. Унда федераль власть органдары һәм Рәсәй төбәктәрендәге эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса бер нисә профилле министрлыҡ вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Ә 16.00 сәғәттә “Эшҡыуарҙар. Уңышлы практикалар” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә. Осрашыуҙың модераторҙары – Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү үҙәге етәксеһе Алексей Рябченко, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы генераль директоры Ирек Гәрәев.
Был саралар YouTube платформаһында ойошторола. Трансляция өсөн һылтанма: https://biznestur.bashkortostan.ru/. Ә унда ҡатнашырға теләгәндәр forum102.ru- ла теркәлә ала.
Фото: vedtver.ru
Читайте нас