Республикала капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Әлеге мәлдә тик ҡыйыҡтарҙы һәм тыштан йорттоң стеналарын ремонтлайҙар. Подряд ойошмалары вәкилдәре һаҡланыу сараларын күрә: битлек һәм бирсәткә кейә, социаль арауыҡ һаҡлай. Әлегә граждандарҙың фатирҙарында башҡарыла торған эштәр туҡтатылып торған.
Ағымдағы йылда программаға республикалағы 829 йорт ингән. Уларҙың 391-ендә ҡыйыҡты ремонтлау планлаштырылған. Әлеге ваҡытта 124 йортта ошо эштәр атҡарыла, 40 йортта тамамланған. Фасад ремонтына килгәндә, быйыл республикала 79 йорт яңыртыласаҡ. Әлеге ваҡыта 28-ендә эштәр бара, бер йортта эштәр тамамланған.
Капиталь ремонт буйынса барлыҡ эштәргә, Торлаҡ кодексына ярашлы, биш йыл гарантия бирелә. Башҡарылған эштәрҙән һуң йортта йәшәүселәр теге йәки был етешһеҙлектәрҙе тапһа, капиталь ремонт буйынса төбәк фондына туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Гарантия ваҡыты — подряд ойошмаһы заказсы алдында башҡарылған эштәр һәм уларҙың сифаты өсөн яуаплылыҡ алған осор. Барлыҡ етешһеҙлектәрҙе подрядсы бушлай һәм билдәле ваҡытта бөтөрөргә, тейешле материалдарҙы, механизмдарҙы яңыға алмаштырырға тейеш.
Башҡарылған эштәрҙең күләме йыйылған иғәнәләргә туранан-тура бәйле. Капиталь ремонт өсөн ваҡытында түләнгән иғәнәләр ошо ремонт буйынса республика программаһын уңышлы башҡарырға ярҙам итә.