Бөгөн хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән булдырылған “Алға” махсус иҡтисади зонаһы рәсми статус алды – Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин был ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Биләмәнең майҙаны 470 гектар тәшкил итә. 200 гектары проекттар өсөн ҡалдырылған. Әле ете ҡеүәтле резидент инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуға теләк белдергән. Улар нефть химияһына, ҡорамалдар төҙөүгә, аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡағыла. Әле тағы 40 миллиард һум һалыуҙы талап иткән 11 инвестиция проекты әҙерләнә.
"Биләмә айырым үҙенсәлектәргә эйә. Ул коммуникациялар йәһәтенән бик уңайлы урынлашҡан, һәм был өҫтөнлөк яңы сәнәғәт производстволарын үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. Ошондай сығанаҡтары, уңайлы һалым шарттары булған зона айырыуса уңышлы була ала, төбәкте яңы инвестициялар һәм эш урындары менән тәьмин итәсәк", – тине иҡтисадсы, Яңы йәмғиәт институты директоры Василий Колташов.
Фото: bash.news, скриншот.