Иҡтисад
29 Май 2020, 17:45

"Алға ҙур аҙым буласаҡ!»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмәлә Рәсәй Хөкүмәтенең Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә "Алға" сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу ҡарарына бәйле фекерен белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмәлә Рәсәй Хөкүмәтенең Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә "Алға" сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу ҡарарына бәйле фекерен белдерҙе.

"Әле Рәсәйҙә сәнәғәт-етештереү тибындағы 14 махсус иҡтисади зона бар. Кисә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин беҙҙә лә ошондай зонаны асыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Идея барлыҡҡа килгәндән алып документты рәсмиләштергәнсе бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Участканы билдәләнек, конкурс документтарын әҙерләнек. Бер нисә яҡлау үттек. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Трутнев үткәргән һуңғыһында мин дә ҡатнаштым. Ҡыҫҡаһы, был - ҙур хеҙмәт тарихы.
Беҙ, ысынлап та, бәхетле, сөнки иҡтисадты үҫтереү буйынса һуңғы ғәмәлдәребеҙҙең береһе - алға ҙур аҙым ул. Бындай биләмә яңы мөмкинлектәр аса. "Алға" махсус иҡтисади зонаһы нимә ул? Был - Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан 470 гектар майҙанлыҡ шаҡтай ҙур биләмә. Ул дүрт участкаға бүленгән, йәғни беҙ кластер тибындағы зоналарҙы эшләй алабыҙ. Бында - нефть һәм газ химияһы, унда машина төҙөлөшө йә иһә еңел сәнәғәт менән шөғөлләнергә мөмкин. Ошо рәүешле беҙ инвесторҙарға кәрәкле ҡушымталар нөктәһен табырға мөмкинлек бирәбеҙ. Был биләмәне юҡҡа ғына һайламаныҡ. Ул инженер инфраструктураһына бай. Бында энергетиканың күләме шаҡтай ҙур. Ике федераль трассаға, тимер юлға сығыу мөмкинлектәре бар. Республика бурыстарына инфраструктураның ҡалған өлөшөн әҙерләү, газ үткәреү, һыу бүлеү инә. Был - алты миллиард һумлыҡ эш күләме.
Иң мөһиме нимә? Рәсәй Хөкүмәте был ҡарарға бер ҡасан да ҡул ҡуймаҫ ине, әгәр ҙә беҙ резиденттарыбыҙ, инвесторҙар барлығын, уларҙың был биләмәгә махсус иҡтисади зона статусы рәсми рәүештә бирелгәнен көткәнен раҫламаһаҡ. Хәҙер беҙҙә ете резидент менән 26 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлгән. Эшкәртеү процесында - 40 миллиард һум һалынған йәнә 11 инвестор. Был әле эштәрҙең башы ғына. Бының менән туҡталмаҫҡа ҡарар иттек. Тағы бер тапҡыр әйтәм: беҙҙең республика иҡтисады өсөн был - бик етди мөмкинлек. Хәҙер инвесторҙар менән эште башлайбыҙ. Миңә кисә үк унда эшләргә әҙер булған ҡайһы бер ҙур предприятиеларҙың етәкселәре шылтыратты. Аңлайһығыҙҙыр, был - Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡтың ҡеүәте берләшкән эре сәнәғәт үҙәге. Беҙҙең унда инженерия ғына түгел, кадрҙар, фәнни инфраструктура ла үҫеш алған.
Хөкүмәт ҡарарҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итте. Мин проектты яҡлаған ваҡытта заявка биргән биш төбәк бар ине. Араларынан беҙ генә еңеп сығыуға өлгәштек. Ә ҡайһы бер төбәктәр бының өсөн ике-өсәр йыл "алыша". Беҙҙең резиденттарыбыҙ булыуға ышандылар. Бөгөн биләмәне проектлау һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә башлайбыҙ. Хыялым шундай: өс-дүрт йылдан бында меңләгән етештереү бинаһы, яңы предприятиелар урынлашасаҡ. Вәғәҙә бирәм: барыһы ла буласаҡ!" - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас