Миәкә районындағы “Миәкә” ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативы күптән түгел генә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, матур ғына эшмәкәрлек алып бара.
2019 йылдың йәйендә асылған кооперативҡа бөгөн 12 крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре, шәхси ихатаһында мал, ҡош-ҡорт аҫраған, йәшелсә үҫтергән хужалыҡтар ингән. Бынан тыш айырым кешеләр ҙә үҙҙәренән артып ҡалған продукцияһын ошо кооперативҡа тапшыра. Нәҡ экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукциянан аҙаҡ ит һәм ярымфабрикаттар цехында төрлө продукция етештерелә.
Кооператив менән уңған, бөтмөр, талапсан һәм киләсәген алдан ҡайғыртыусы Рәлис Мәхийәнов етәкселек итә. Рәлис Мөҙәрис улы ауыл хужалығын биш бармағындай яҡшы белә. Оҙаҡ йылдар үҙе лә крәҫтиән (фермер) хужалығы менән етәкселек итә. Бер туған ағалары ла – ер кешеләре, малсылыҡ өлкәһендә лә уңыш ҡаҙанғандар.
– Әлбиттә, кооперативҡа берләшеү тәүге осорҙа нисектер ауыр күренһә лә, аҙаҡ яйлап өйрәнелде. Шөкөр, бөгөн беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тураһында районда ғына түгел, ә республика кимәлендә лә яҡшы беләләр, – ти Рәлис Мөҙәрис улы. – Эшкәрткән продукцияға халыҡта ихтыяж ҙур, һәр ерҙә яратып һатып алалар. Минеңсә, ошондай ихтыяж булғас, беҙҙең хеҙмәтебеҙ бушҡа китмәгән.
Бөгөн кооперативтың ит эшкәртеү һәм етештереү цехы райондың элекке мал һуйыу цехында урынлашҡан. Әлбиттә, элекке ташландыҡ бинаны бөгөн танымаҫһың да: кооператив ағзалары үҙ көстәренә матур итеп ремонт үткәргәндәр, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай. Шуныһы ҡыуаныслы: кооператив бөгөн республика, район етәкселеге яғынан һәр яҡлап ярҙам һәм таяныс тойоп йәшәй һәм эшләй. Мәҫәлән, 2019 йылдың сентябрендә республика бюджетынан “Миәкә” кооперативы өс миллион һумға яҡын Грант алыуға өлгәшкән. Дәүләттән бүленгән был ярҙамға һәм үҙҙәренең 300 мең һум аҡсаһын да өҫтәп, улар әҙер продукцияны магазиндарға, сауҙа нөктәләренә таратыу өсөн һыуытҡысы булған еңел автомобиль һатып алған. Бынан тыш итте эшкәртеү өсөн ҡеүәтле ҡоролмалар һатып алыуға өлгәшкәндәр. Бөгөн кооператив эшсәндәре заманса ауыл хужалығы ҡоролмаларында ит, төрлө ярымфабрикаттар етештерә. Бында ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек, эшмәкәрлек, нигеҙҙә, автоматлаштырылған.
Кооперативҡа берләшеү, әлбиттә, халыҡтан, хужалыҡтарҙан ит йыйыу һәм уны эшкәртеү проблемаһын ыңғай хәл итәсәк. Ә ит эшкәртеү цехының булыуы иһә продукция йыйыуҙың географияһын киңәйтәсәк, бынан тыш яңы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙе йәлеп итәсәк.
– Көслө конкурентлыҡ осоронда продукцияның сифатына ҙур иғтибар бүлергә тырышабыҙ, сөнки бөгөн ит етештереү һәм эшкәртеү баҙары айырыуса ныҡлы үҫешкән, – ти кооператив рәйесе Рәлис Мөҙәрис улы. – Бөгөн был кооперативты ойоштороп, беҙ күпме кешене эш урындары менән тәьмин иттек. Киләсәктә лә эшмәкәрлегебеҙҙе матур итеп дауам итәсәкбеҙ, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар, яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡбыҙ.
Кооперативтың ит эшкәртеү цехында бөгөн 50-гә яҡын ярымфабрикат етештерелә: билмән, манты, вареник, кәтлит, голубцы, тефтели, сейбөйөрөк, бишбармаҡ, хинкали, курник, фрикадельки, люля-кебаб, ваҡ бәлеш, самса һәм башҡа төр продукция. Бынан тыш туҡмас, һалма, ҡаҙылыҡ, үткәрелгән иттән дә ауыҙ итергә була. Күптән түгел йылҡы итенән дә билмән етештерә башлағандар.
Кооператив етештергән бөтә төр продукция район үҙәге магазиндарына, сауҙа нөктәләренә, Өфө ҡалаһына оҙатыла. Күп кенә осраҡта ит продукцияһы заказ буйынса етештерелә.
– Шөкөр, беҙҙең продукцияға халыҡ араһында ихтыяж бар, булды һәм буласаҡ, сөнки беҙ фәҡәт тәбиғи сеймал ғына ҡулланырға тырышабыҙ. Экологик яҡтан саф, таҙа продукцияны киләсәктә лә етештереүҙе дауам итәсәкбеҙ, – ти кооператив рәйесе Рәлис Мәхийәнов.