Район ауылдарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар һаны йылдан-йыл арта. Әлбиттә, республика етәкселеге яңы эш башлаусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, хужалыҡ итеүҙең яңы йүнәлештәрен маҡсатлы үҫтереүгә район хакимиәте лә ҙур иғтибар бирә. Ауылда эшҡыуарлыҡ шөғөлө, беренсенән, эшһеҙлекте кәметһә, икенсенән, улар район ҡаҙнаһын байытыуға ла ниндәйҙер кимәлдә өлөш индерә.
Миәкә районынан шәхси эшҡыуар Илшат Мусин етәкселегендәге “Миәкә натур продукт” етештереү компанияһы, мәҫәлән, көнбағышты эшкәртеү һәм көнбағыш майы, төпрә, таҙартылған көнбағыш һатыу менән 1998 йылдан алып шөғөлләнә.
Предприятие бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан һанала. Эшкәртеү баҙарында эшләү дәүерендә йәмғиәт үҙен ныҡлы үҫешкән, тотороҡло һәм абруйлы итеп танытып та өлгөргән. Бында әле көнбағышты эшкәртеп, унан шыйыҡ май етештереп, 1 һәм 1,5 литрлы, 5 литрлы пластик һауыттарға тултырып, район, республика ҡулланыусыларына оҙата. Нигеҙҙә, экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукцияны күмәртәләп һатыу юлға һалынған. Бында таҙартылмаған, рафинадланмаған май етештерелә. “Белгестәр майҙың сифатын даими тикшереп тора, сөнки бөгөн сифатын юғалтһаҡ, иртәгә ҡулланыусылар башҡа продукцияны үҙ итәсәк”, – ти Илшат Мусин.
Төпрәне иһә ҡатнаш мал аҙығы етештереү менән шөғөлләнгән ойошма-предприятиелар ҙур ихласлыҡ менән һатып ала.
Әле бында көнөнә 20-25-әр тонна көнбағыш эшкәртелә, әҙер продукция рәүешендә ҡулланыусылар өҫтәленә барып ята.
– Май өсөн көнбағыш фәҡәт республиканың экологик яҡтан таҙа райондарында үҫтерелгән хужалыҡтарынан һатып алына. Иң тәүҙә орлоҡтар өҫтәмә эшкәртеүгә дусар ителеп киптерелә, таҙартыла, – ти Илшат Хәйҙәр улы. – Шөкөр, бөгөн эшмәкәрлегебеҙҙе юғары баһалайҙар, продукциябыҙҙы яратып һатып алалар. Был продукцияға ихтыяж һәр саҡ ҙур, үтемле лә.
Бөгөн инде ҡасандыр буш ятҡан ерҙәр тәрбиәле, предприятиены әле ҙур завод менән сағыштырырға була. Йәмғиәт етештергән әҙер продукция келәттә оҙаҡ ятмай, Миәкә майын күрше төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Мәҫәлән, сифатлы, тәбиғи продукцияны Ырымбур, Силәбе эшҡыуарҙары күмәртәләп һатып ала, күрше райондар, ҡалалар халҡы ла нәҡ эшҡыуар Илшат Мусиндың майына өҫтөнлөк бирә. Хәҙер эшҡыуар һыҡҡан майҙы бөтә республикала һатып алырға мөмкин.
Көнбағыш майы һығыу цехына Илнур ҡышҡылыҡҡа запасты ла мул ғына туплай, сөнки май һығыу йыл әйләнәһенә дауам итә бит. Эшҡыуар ете кешегә эш урыны булдырған. Хеҙмәт хаҡына бында зарланмайҙар, теләүселәр эш хаҡын әйберләтә лә ала. Ҡыҙыу осорҙа килешеү буйынса бер нисә кешене эшкә йәлеп итәләр.
Цехта бөгөн ҡыҙыу осор. Май һығыусы операторҙар ҡоролмаларҙың ватылмай эшләүен тәьмин итә, цех асылған көндән бында эшләүсе Хәлимә Шәймәрҙәнова менән Азат Ҡотләхмәтов продукцияны пластик һауыттарға тултыра.
Шуныһы ҡыуаныслы: шәхси эшҡыуар 2019 йылда өс миллион һумға яҡын Грант алыуға өлгәшкән. Бынан тыш, үҙҙәренең 500 мең һумын да ҡушып, эшмәкәрлектәрен алып барыу өсөн тотонғандар. Былтыр, мәҫәлән, ҡеүәтле орлоҡ киптергескә эйә булғандар. Әле ҡоролманы көйләп, орлоҡ киптергес операторы Радик Вәлиәхмәтов уны эшкә ҡушырға йыйына. Әйткәндәй, бында эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Ашханаһы ла, йыуыныу бүлмәләре лә бар.
– Яҙмышымды ауыл менән бәйләүемә үкенмәйем, яратҡан шөғөлөм бар, тырыш хеҙмәткәрҙәрем етерлек. Етмәһә, республика, район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй. Ә бындай иғтибар булғас, әлбиттә, уңғанлыҡ күрһәтергә тейешбеҙҙер инде, – ти эшҡыуар Илшат Мусин.