29 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар автомобиль юлдарын ремонтлау барышы һәм Башҡортостан йылға пароходсылығы үҫеше мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Кәңәшмә башында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артём Ковшов төҙөлөш тармағындағы хәлдәр, коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефен кәметеү тураһында һөйләне.
Тикшереүҙәр барышында предприятиелар тарафынан объекттарға эшселәрҙе этаплап үткәреү һәм уларҙың температураһын контролдә тотоу, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлау, биналарҙа кешеләрҙең йыйылмауын тәьмин итеү, шулай уҡ һаҡланыу сараларын файҙаланыу, дезинфекциялау кеүек санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоу һ.б. осраҡтар асыҡлана. Төҙөүселәр өсөн етештереү объекттарында эште ойоштороу буйынса аңлатыуҙар үткәрелә.
"Предприятиеларҙың күбеһе бар талаптарҙы теүәл үтәй. Әммә ҡайһы бер етәкселәр хәлдең етдилеген аңлап еткермәй. Бының насар тамамланыуы ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Тармаҡтың яҡшы эшен тәьмин итергә теләйбеҙ икән, был төҙөлөштәрҙе бар иҫкәрмәләр бөтөрөлгәнгә тиклем туҡтатырға кәрәк".
“Транспорт сәғәте”ндә төбәктәге автомобиль юлдарын ремонтлау барышы хаҡында фекер алышыу булды. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев әйтеүенсә, 15 апрелгә тиклем, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, 175 меңдән ашыу соҡор һанлаштырылған һәм башҡа етешһеҙлектәр яйға һалынған.
Бөгөнгә тиклем төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙың 93 проценты ремонтланған. Муниципаль юлдарҙа ремонт 48 процент ҡына атҡарылған. Алан Марзаев байтаҡ райондарҙағы эштең ҡәнәғәтләнерлек түгеллеге хаҡында белдерҙе. Айырым алғанда, урындарҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса планға ҡырсынташтан һалынған юлдарҙы ла индерәләр. Ә уларҙа япмалар профилләнергә тейеш.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығына ошо йәһәттән мәғлүмәттәрҙе тикшерергә, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә ихата тыҡрыҡтарын ремонтлауҙы тиҙләтергә ҡушты.
"Урамдарҙы ярайһы хәлгә индерәбеҙ. Әммә күп кенә ихаталарҙа хәл әле лә ҡот осҡос. Был хәлде асыҡлауҙы һәм киләһе “Транспорт сәғәте”ндә уны хәл итеүҙең варианттарын күрһәтеүҙе һорайым", – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар киләһе уҡыу йылына Өфө автотранспорт колледжын әҙерләү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Белем биреү процесын ойоштороу өсөн бинала янғынға ҡаршы хеҙмәт һәм “Роспотребнадзор” талаптары үтәлергә тейеш.
Колледждың артабанғы эшмәкәрлеген, үҫешен Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Тимур Мөхәмәтйәнов рәйеслегендәге махсус эш комиссияһы күҙәтеп барасаҡ.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына, төбәктәге һөнәри белем биреү ойошмалары тарафынан мәктәпте тамамлағандарҙы ҡабул итеү буйынса бар мөмкинлектәр тәьмин ителергә тейеш, тине.
"Илдәге инфекция менән бәйле йәштәрҙең һиҙелерлек өлөшө быйыл икенсе төбәктәргә китмәйәсәк, тыуған республикаһында уҡырға инәсәк, – тине Радий Хәбиров. – 1 сентябрҙә беҙ абитуриенттарбыҙҙы юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға, шул иҫәптән автотранспорт колледжына ла, ҡабул итергә тейешбеҙ".
Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Башҡортостан йылға пароходсылығының эшмәкәрлеген тергеҙеү хаҡында һөйләне. Был йәһәттән төҙөлөш материалдарын ташыу буйынса заказдар күләме арттырыла, йөҙөү составын ремонтлау эше бара. Ойошма коллективы 84-тән 155 кешегә тиклем артҡан. Киләсәктә йылғасылар зыянһыҙ эшкә сығырға план ҡора.