Иҡтисад
29 Май 2020, 20:55

Башҡортостанды ышаныслы киләсәк көтә

Шулай тип белдерҙе Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсыһы Александр Широв, "Алға" махсус иҡтисади зонаһының юғары әһәмиәтен билдәләп.

Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсыһы Александр Широв, "Алға" махсус иҡтисади зона менән бәйле Башҡортостанды ҙур киләсәк көтә, тип белдерҙе.

"Беренсе сиратта республикаға мөһим инвестициялар йәлеп ителәсәк, халыҡҡа эш урындары булдырыласаҡ. Махсус иҡтисади зона килем алыу йәһәтенән республикала әлеге мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк. Күреп торабыҙ, был проектҡа күләмле инвестициялар һалынған. Зона, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеп, һис шикһеҙ, Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ", - тип билдәләне Александр Широв.
Фото: youtube.com
Читайте нас