Иҡтисад
30 Май 2020, 05:15

Өфөлә IQ-парк эш башлаясаҡ

Уны баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамындағы буш торған офис бинаһында урынлаштырыу ҡаралған.

2021 йылдың майында IQ-парк юғары технологиялар технопаркы эш башлай. Ул Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы буш торған офис бинаһында урынлашасаҡ.
Был – Башҡортостан менән “Сколково” фондының берҙәм проекты. Инновация структураһының киләһе объекты концепцияһын 29 майҙа үткәрелгән видеокәңәшмәлә күрһәттеләр. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.
"Әле коронавирус эпидемияһы менән көрәшкә ҡаршы күп көс һалабыҙ. Әммә беҙҙең өсөн көрсөк – үҫеш өсөн ваҡыт ул. Шуға әле үк киләсәк хаҡында уйлайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Рәхмәт, ябай булмаған ваҡытта республиканың үҫеше өсөн ниндәй яңы драйверҙарҙы эшләү хаҡында фекер алышыу өсөн ваҡыт таптығыҙ. Был йәһәттән “Сколково” менән үҙ-ара эшмәкәрлек беҙҙең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә".
IQ-парктың майҙаны 36 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Яғыулыҡ-энергетика комплексы, мәғлүмәт технологиялары һәм башҡа перспективалы өлкәләр өсөн инновациялы технологияларға махсуслашҡан ҡеүәтле компаниялар резидент буласаҡ. Технопарктың ҙур өҫтөнлөгө – уның Башҡорт дәүләт университетына күрше генә урынлашыуы.
IQ-паркта стартаптың тиҙләтелгән үҫешенә һәм ентекләп тикшереүҙәрҙең коммерциялашыуына булышлыҡ итәсәк резиденттар өсөн төрлө сервистар тәҡдим ителәсәк. “Сколково” белгестәре фекеренсә, технопарк креатив һәм эксперименталь арауыҡ, коворкинг-зоналар, инкубация һәм акселерация программалары, ярҙам итеүҙең үҙенсәлекле инструменттары, шулай уҡ сағыу саралар, шул иҫәптән технологик эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға йүнәлтелгәндәре, һөҙөмтәһендә йәштәрҙе ылыҡтырғыс үҙәккә әүереләсәк. Биш йыл эсендә резиденттар һаны 130-ға тиклем артыр тип көтөлә. Улар тарафынан 1700 яңы эш урыны ойоштороласаҡ, ә табыш йылына 5 миллиард һум тирәһе буласаҡ.
"Сәйәси рух булғанда, төбәктең беренсе кешеһе уларҙы контролдә тотоп, был ресурстарға үҙ ваҡытын бүлгәндә генә был эш алға барасаҡ, – тине “Сколково” фондының төбәк һәм халыҡ-ара үҫеш буйынса вице-президенты Юрий Сапрыкин. – Технопарк беҙҙең төбәк операторҙарының береһенә әйләнәсәк һәм “Сколково”ның ҙур "ғаиләһе"нә ҡушыласаҡ. Ә беҙ һеҙҙең өсөн ышаныслы партнер булырбыҙ".
Республика Башлығы технопарктың офис һәм технологик биналар ғына түгел, әүҙем ял итеү, аралашыу, конференциялар, мәҙәни саралар, шулай уҡ эргәләге биләмәне заманлаштырыуҙы үҙ эсенә алған архитектура концепцияһын да юғары баһаланы.
"Бик ҡыҙыҡ, тәьҫир ҡалдыра! – тине Радий Хәбиров. – Быға оҡшағанды мин Мәскәүҙә Яндекстың офисында күргәйнем. Әммә һеҙ тәҡдим иткәндәр күпкә яҡшыраҡ".
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, IQ-паркты ойоштороу былтыр октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Сколково” фонды араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе менән ҡаралғайны.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас