"Алға" махсус иҡтисади зонаһында ике мең эш урыны булдырыласаҡ, ул яңы инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк, ти эксперттар.
Билдәле булыуынса, сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зонаны булдырыу тураһындағы ҡарарға ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Эшлекле Рәсәй" президенты Алексей Репик республика халҡын ошо ваҡиға менән ҡотланы.
"Был - республика иҡтисады үҫешенә яңы этәргес. Проектты тормошҡа ашырыу ике мең эш урыны булдырырға, Башҡортостан предприятиеларының экспорт ҡеүәтен һиҙелерлек киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. "Эшлекле Рәсәй" эшҡыуарҙары махсус иҡтисади зона резиденттары араһында булыр тип ышанам", - тине Алексей Репик.
Фото: gazeta-delovoy-mir-ru