Иҡтисад
29 Май 2020, 19:45

"Инвесторҙар килергә әҙер"

Рәсәйҙең Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко Башҡортостанда "Алға" махсус иҡтисади зонаһын ойоштороуға ҡарата фекерен белдерҙе.

Башҡортостан инвестиция йәлеп итеүсәнлек рейтингында 20 төбәк иҫәбенә инде.
Рәсәйҙең Кластерҙар һәм технопарктар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади зона ойоштороуға ҡарата фекерен белдерҙе.
Билдәле булыуынса, республикала “Алға” махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу буйынса ҡарарға 28 майҙа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйғайны.
"Махсус иҡтисади зоналар – ҙур федераль проект. Ул тармаҡтың һөҙөмтәле секторҙарының үҫешенә этәргес бирә. Махсус иҡтисади зоналар үҙенең кәрәклеген күрһәтте: инвесторҙар килергә һәм проекттарҙы тормошҡа ашырырға әҙер", – тине Андрей Шпиленко.
Ул Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеүсәнлек буйынса 20 төбәк иҫәбенә инеүе хаҡында ла әйтте. Махсус иҡтисади зоналарҙы ойоштороу – төбәккә инвестициялар йәлеп итеү өсөн өҫтәмә стимул ул.
"2025 йылға тиклем Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеше стратегияларында нефть сервистары, нефть эшкәртеү һәм нефть сығарыу йәһәтенән махсуслашыу нигеҙ итеп алына. Махсус иҡтисади зонала кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу эшкәртеү тәрәнлеген арттырыу, предприятиелар араһында сылбыр булдырыу, импортҡа алмаш менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирәсәк", – тине Андрей Шпиленко.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас