Бөгөн Химия һәм нефть химияһы сәнәғәте тармағы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был өлкәлә эшләгәндәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Химиктар көнө менән ҡотлайым!
Башҡортостан Рәсәйҙең химия индустрияһы үҙәктәренең береһе һанала. Республика кальцийлы сода, пластмасса, этилен, бензол, ксилол, синтетик каучук һәм башҡа стратегик йәһәттән мөһим тауарҙар етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Заманса нефть химияһы комплексы – иҡтисадыбыҙҙың мөһим терәге.
Тармаҡ предприятиелары әүҙем инвестиция сәйәсәте алып бара, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, ассортиментты байытыу, сығарылған продукцияның сифатын арттырыу йәһәтенән даими эшләй, социаль һәм мәрхәмәтлек программаларында ҡатнаша.
Киләсәктә лә етештереү күләмдәрен арттырыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү, үҫештең яңы киңлектәренә сығыу буйынса ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырырһығыҙ, тип ышанам.
Тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!” – тиелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмендә.