Иҡтисад
31 Май 2020, 18:45

Был тиклем соҡор ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Был мәсьәләне республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе контролдә тота.

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше былтырғыға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк атҡарылған. 2019 йылды 1,5 миллион квадрат метр норматив хәлгә килтерелгән.
“Транспорт сәғәте”ндә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 18 майға ҡарата электрон иҫәп системаһына 232 мең етешһеҙлек ебәрелгән. Был мәсьәләне республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе контролдә тота.
Контроль идаралығы соҡорҙарҙы ремонтлау ваҡытында иң күп етешһеҙлектәрҙе Ауырғазы районында асыҡлаған. Муниципалитет 15 майға тиклем барлыҡ соҡорҙарҙы иҫәпкә алырға, йәғни юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контроль һәм планлаштырыу махсус программаһына индерергә тейеш була. Һуңынан 15 майға тиклем эштең 50 процентын, ҡалғанын 15 июнгә тиклем атҡарыу бурысы ҡуйыла. Әммә белгестәр асыҡлауынса, реестрға "атҡарылған" билдәһе менән хатта ремонтланмаған участкаларҙы ла индергәндәр. Әлбиттә, был хәл урындағы халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған.
Максим СОКОЛОВ:
– Былтыр уҡ түшәргә тип вәғәҙә иттеләр, әле һаман бер нәмә лә эшләмәгәндәр. Киләһе йыл үтәргә вәғәҙә бирәләр, тик бик икеле.
Риф ҒӘЙНУЛЛИН:
– Байкал яғына был юлды – трассанан ауыл башына тиклем – ҙур йөк автомобилдәре эшләне, иҙеп бөттөләр. Юл 80-се йылдарҙа төҙөлдө, бер соҡор ҙа, емереге лә булманы. Ремонтлайбыҙ тип әйттеләр, тик буш һүҙ булды.
Район хакимиәтендә килеп тыуған хәл – кеше факторы һәм тейешенсә иҫәпләп еткермәү һөҙөмтәһе. Махсус реестрға мәғлүмәтте индергәндә яуаплы белгестең хата ебәреүе сәбәпле 14 мең “квадратлыҡ” юлда 580 квадрат метр урынына 58 мең квадрат метр майҙанда етешһеҙлектәр теркәлгән.
Юрий НИКОЛАЕВ, Ауырғазы район хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Программала соҡорҙарҙы һанлаштырыу ваҡытында техник хаталар ебәрелгән, белгестең уны өйрәнеүгә ваҡыты етмәне. Шуға ла хакимиәт, ауыл биләмәләре белгестәре мәғлүмәттәрҙе махсус программаға индергәндә майҙан буйынса хата ебәргән.
Артур ФӘЙЗУЛЛИН, Ауырғазы районы буйынса юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы:
– Беренсенән, ремонт эштәре яҙ иртә атҡарылды. Икенсенән, бынан ҙур йөк автомобилдәре йөрөй, йәғни башта уҡ юл насар ине.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас