Миәкә районының Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Александр Петров етәкләгән “Нива” ауыл хужалығы кооперативы малсылары бөгөн мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап, малдарҙы йәйләүгә күсергән дә инде.
Ихаталарҙа көҙҙән эҫкерттәргә һалынған бесән-һалам хатта артып та ҡалған, әле силос соҡорҙары ла тулы, тимәк, мал алдына һалырлыҡ аҙыҡты етерлек хәстәрләгәндәр. Районда алдынғыларҙан һаналған хужалыҡта 1200 “симменталь” тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 215-тән ашыуы – һауын һыйыры.
Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулыланғас, бында һөт һатыуҙан һәйбәт табыш алалар. Әле алты тоннаға яҡын юғары сифатлы аҡты көн һайын Миәкә һәм Мәләүез һөт комбинатына оҙаталар. Уны һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Һауынсылар бер һыйырҙан ете мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә.
“500 ферма” маҡсатлы программаһына ярашлы, һөтсөлөк фермалары, йәйге йәйләүҙәр заманса, ҡеүәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Бында шулай уҡ һыуытҡыстар ҙа бар, был үҙ сиратында яңы һауылған продукцияны әсетмәйенсә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн малсыларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйгән, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәкселек уларҙың хеҙмәтен артабан да камиллаштырыу өҫтөндә уңышлы эшләй.
– Беҙ уңғандарҙы, тырыштарҙы баһалай беләбеҙ, шуға ла ҡайһы саҡ йәмғиәт ҡаҙнаһынан күп кенә аҡса сығып китһә лә, борсолмайбыҙ, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була бит, – ти хужалыҡ етәксеһе Александр Петров.
Әйткәндәй, “Нива” хужалығы йыл һайын эш һөҙөмтәләре буйынса районда алдынғы урындарға лайыҡ була. Тимәк, ауыл эшсәндәренең тырышлығы бушҡа китмәй, киләсәктә лә улар хужалыҡ данын йыраҡтарға таратыр. Етәкселек алдынғы малсылар Алена Матвеева, Лариса Антонова, Дмитрий Кузьмин, Валерий Сергеев һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.
Әлбиттә, йәштәр хужалыҡта бөгөн аҙ, мәктәпте тамамлағас, күбеһе ҙур ҡалаларға юллана. “Ауылды һайлаһындар ине, бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Хеҙмәт хаҡы ла ярайһы яҡшы ғына, тотҡарлыҡһыҙ түләнә”, – ти етәкселек.
Бөгөн 76 кеше эшле, ике ауыл халҡы мәшғүл. “Шөкөр, етәкселек һәр яҡлап иғтибарлы, ярҙамдарын йыш тоябыҙ, эшкә дәрт-дарман ташып тора”, – ти малсылар.