Күптән түгел булып үткән кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев республикала шәхси һаҡланыу һәм дезинфекция саралары етештереү торошо тураһында һөйләне. Иҡтисади яҡтан көслө булыуы менән танылған төбәгебеҙҙә уларҙы етештереү тиҙ арала яйға һалынды.
l Әлеге мәлдә күп тапҡыр ҡулланылған һаҡлағыс битлектәрҙе республиканың 65 предприятиеһы етештерә;
l быйыл 18 марттан алып май башына саҡлы республикала күп тапҡыр ҡулланыла торған өс миллион 352 мең гигиеник битлек эшләп сығарылған;
l 3 майға ҡарата “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы ике миллион дананан ашыу бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек алды, ә һуңғы ике айҙа предприятиеға алты миллион дана ошондай битлек ебәрелде;
l “Фармленд” компанияһы май башына ҡарата өс миллион дана бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек алды, уға тағы ла 1,3 миллион дана тапшырыу планлаштырыла;
l “Башфармация” предприятиеһы республика учреждениелары һәм ойошмаларын бер һәм күп тапҡыр ҡулланылыусы гигиеник битлектәр, тире антисептиктары, бирсәткәләр менән тәьмин итеүҙе әүҙем алып бара;
l бөгөнгә 40-тан ашыу еңел сәнәғәт предприятиеһы һаҡлағыс костюм тегеү менән мәшғүл;
l быйыл 23 марттан алып бөгөнгә ҡәҙәр 62 мең бер тапҡыр ҡулланылған һәм йөҙ меңдән ашыу күп тапҡыр ҡулланыла торған һаҡлағыс костюмдар етештерелгән, бахила эшләп сығарыу яйға һалынған, уларын 55 мең дана етештереү күҙаллана;
l “Рост” ғилми-етештереү предприятиеһы ойошмалар өсөн өс һәм алты процентлы водород перекисы эшләп сығарыуҙы дауам итә, Өфөләге “Косметика фабрикаһы” һәм “Дэлекса” йәмғиәттәре лә дезинфекция саралары етештереүҙе туҡтатмай.