Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында Катар дәүләтенең Рәсәйҙәге Илселегенең Рәсәй проект офисының Башҡортостан менән артабанғы бәйләнешенә арналған кәңәшмә булды.
Осрашыуҙа дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов, Катар дәүләтенең Рәсәй Федерацияһындағы Илселегенең инвестициялар һәм сауҙа буйынса идарасы директоры Олег Чиж ҡатнашты.
Яҡтар Башҡортостан предприятиеларын Катар баҙарына сығарыу өсөн сауҙа хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, шул иҫәптән экспортерҙар өсөн “юл картаһы” проекты, быйыл көҙ Катар дәүләтенә бизнес-миссия программаһы буйынса фекер алышты. Кәңәшмәлә хәләл-индустрияны үҫтереүгә һәм ошондай тамға ҡуйылған продукцияны танытыуға айырым иғтибар бирелде.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда экспортлаусыларға ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: foreign.bashkortostan.ru