Малдарҙы йәйләүгә сығарыу Стәрлетамаҡ районының Фрунзе исемендәге ауыл хужалығында ойошҡан рәүештә хәл ителгән. Һөҙөмтәлә һөт етештереү күләме арта, әле ҡулланыусыларға көн һайын юғары сифатлы продукция оҙатыла.
Быйылғы ҡышлатыу осорон йәмғиәт малсылары ит, һөт етештереүҙе кәметеүгә юл ҡуймайынса үткәреп ебәргән.
– Йәйләүгә сығыу менән һауым күҙгә күренеп артты, – ти һөтсөлөк фермаһы мөдире Рафаэль Нагаев. – Малдар рәхәтләнеп саф һауала, йәшел үлән уртлап ял итә, һөт йыя. Малсыларҙың да кәйефе күтәренке, эшләргә дәрт-дармандары ташып тора.
Көн һайын 10 тонна һөт һауыла. Әҙер продукцияға ихтыяж ҙур, оҙаҡ йылдар инде йәмғиәт Стәрлетамаҡ ҡалаһының һөт комбинаты менән хеҙмәттәшлек итә. “Һөт комбинаты менән килешеүҙәр төҙөлөп, продукцияны үҙҙәре килеп ала. Түләү ваҡытында башҡарыла, ошоға тиклем ике яҡ араһында аңлашылмаусанлыҡ сыҡҡаны юҡ”, – ти йәмғиәт етәксеһе Сергей Козлов. Экологик яҡтан таҙа продукцияны һаҡлау өсөн фермаларҙа һәм йәйләүҙәрҙә ҡеүәтле һыуытҡыстар урынлаштырылған, заманса һөт, һыу үткәргестәр бар. Бында шулай уҡ һөт лабораторияһы уңышлы эшләй, көн һайын сифат, майлылыҡ тикшерелә. Мал табибы ла малдарҙың һаулығына иғтибар бүлә. Яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған.
Шуныһы мөһим: һәр белгескә айырым бүлмә булдырылған. Малсылар эштән һуң ял итеп алһын өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ял урындары ҡаралған. “Эшселәрҙең хеҙмәтен еңеләйтеү маҡсатында күп саралар күрелә. Хәҙер бөтөнләй тиерлек ҡул көсө ҡулланылмай. Беҙ эшһөйәрҙәрҙе ихтирам итәбеҙ, тик уларҙың тырыш хеҙмәте менән төбәктә алдынғылар исемлегендәбеҙ”, – ти Рафаэль Нагаев.
Әле йәйләүҙә 1500-ҙән ашыу һыйыр малы тотола. Быҙауҙарға айырым ҡуралар булдырылған.
Хужалыҡта 130 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Күрше райондарҙан да шөғөл һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар икән. Махсус белемле белгестәргә, йәштәргә бында ҡытлыҡ юҡ, йәштәр ҙә теләп ауылда ҡала. Хеҙмәткә түләүҙә тотҡарлыҡтарға юл ҡуйылмай, ай һайын иҫәп-хисап яһала. Мәҫәлән, малсыларҙың уртаса эш хаҡы бөгөн 28 мең һум тәшкил итә. Шуға ла һәр кем эш урынын ҡалдырмаҫҡа тырыша. Өҫтәүенә эш һөҙөмтәләренә ҡарап премиялар түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраған эшсәндәр бушлай бесән-һаламы, ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин ителә.
Әммә малсыларҙы борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Йәйге мул һөт осоронда эшкәртеүселәр аҡты бик түбән хаҡҡа ала. Шулай ҙа малсылар төшөнкөлөккә бирелмәй, тырышып эшләргә тырыша.
Хужалыҡ эшсәндәренә ете мең гектарҙан ашыу майҙанда быйыл яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу бурысы йөкмәтеләгән. Ауыл эшсәндәре ошо араларҙа киләһе уңышҡа нигеҙ һалыуҙы теүәлләргә ниәтләй.
– Ауыл халҡының рәхәтләнеп ял итергә ваҡыты ла юҡ, уларҙың уңғанлығы йөҙҙәрендә сағыла. Шәхси ихатаһында ла тырыша, дөйөм хужалыҡта ла өлгө күрһәтә, – ти Сергей Козлов. – Малсылар йәйләүҙә тырышып, һөт һауып алыу планын арттырһа, баҫыу батырҙары ла үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара. Күп тә үтмәй, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә төшәсәктәр. Шулай ауыл ерендә яҙғы-йәйге осор көнө-төнө бары эш менән генә үтә.