Иҡтисад
2 Июнь 2020, 09:03

Шатлыҡлы хәстәрҙәр менән ҡайнап

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы игенселәре, дүрт-биш көндә дым ҡаплатыуҙы теүәлләп, сәсеүгә төштө, булған бураҙналарҙың яртыһынан күберәгенә орлоҡтар һалынды ла инде. Әйткәндәй, хужалыҡтың һигеҙ мең гектарға яҡын ере бар. Шуныһы ла мөһим: баҫыуҙар тәрбиәле, буш ятҡан майҙандарҙы һис күрмәҫһең. Бында ерҙең ҡәҙерен белгәндәр эшләй.

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы игенселәре, дүрт-биш көндә дым ҡаплатыуҙы теүәлләп, сәсеүгә төштө, булған бураҙналарҙың яртыһынан күберәгенә орлоҡтар һалынды ла инде. Әйткәндәй, хужалыҡтың һигеҙ мең гектарға яҡын ере бар. Шуныһы ла мөһим: баҫыуҙар тәрбиәле, буш ятҡан майҙандарҙы һис күрмәҫһең. Бында ерҙең ҡәҙерен белгәндәр эшләй.


– Шөкөр, кооператив эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен юғары ойошҡанлыҡ менән башлап ебәреп, иртә культуралар сәсеүҙе тамамланы. Көҙҙән сәсеп ҡалдырылған арыш, тритикале, ужым бойҙайы һәм күп йыллыҡ үләндәр ҙә тырматылып, өҫтәмә туҡландырылды, – ти йәмғиәт рәйесе Юрис Синағолов. – Малдарҙы йәйге йәйләүгә күсереүҙе лә тамамланыҡ. Әле улар йәшел үлән уртлағас, һөт күләме лә арта ғына.
Хужалыҡта үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағы ла ныҡлы үҫешкән. Бында 1300 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 400-гә яҡынын һауын һыйырҙары тәшкил итә. Малсыларҙың тырышлығы менән көн һайын ете тоннанан ашыу әҙер продукция Өфө һөт комбинатына тапшырыла. “Һөт һатыуҙан килгән табыш эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ваҡ ремонт эштәренә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола”, – ти етәкселек.
Көтөү йыл һайын яңы һәм йәш тоҡомло таналар менән тулылана. Былтыр, мәҫәлән, Саҡмағош районынан тоҡомло тана һатып алғандар. Һыйыр малынан тыш 100-ҙән ашыу баш йылҡы, һарыҡ та аҫрайҙар. Техника паркы ла ҡеүәтле, заманса машиналар, ауыл хужалығы ҡорамалдары менән байыған.
Йәйләүҙәр заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары менән йыһазландырылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылып ҡеүәтле һыуытҡыстар ҡуйылған. Бөгөн уртаса һауым 21 литр тәшкил итә, киләсәктә күләм тағы ла артасаҡ тип күҙаллай белгестәр. Бында мал аҙығы етештереүгә лә иғтибар ҙур, күп йыллыҡ үләндәр ҙә күпләп үҫтерелә.

Бөгөн йәмғиәттә ике ауылдан йөрөп эшләйҙәр. Йәштәрҙең ауылды һайлап, тыуған төйәгендә эшләүенә етәкселек һөйөнөп бөтә алмай. “Беҙгә эшкә килгәндәргә ихтирам да, иғтибар ҙа етерлек. Яңы ғаилә ҡороусыларға һәр яҡлап булышлыҡ ителә: техникаһы бүленә, матди ярҙам күрһәтелә”, – ти етәкселек.
Ике ауыл халҡы шәхси хужалығында 1300 баш һыйыр малы тота. “Хужалыҡтың изгелеген күреп торабыҙ, бесән, һаламды күпме теләйһең, шунса алырға мөмкин. Еме лә бирелә, техника менән дә тәьмин итәләр”, – ти малсылар.
Алдынғы ауыл эшсәндәре Эльмира Кинйәбулатова, Алина Шакирова, Тәслимә Иванова, Рәзифә Бикмөхәмә­това, Флирә Исламғолова, Тимербулат Кәримов, Илдус Ғәлимов һәм башҡалар йәмғиәттең ныҡлы тотҡаһы, таянысы.


Стәрлебаш районы.
Читайте нас