Йылы ҡояшлы көн, йәшел һутлы үләндәр һауымды арттырырға ярҙам итә. Ҡыш көнө бәйләп аҫрау осорона ҡарағанда уның үҙҡиммәте лә түбәнерәк килеп сыға.
Бөгөн барлыҡ хужалыҡтар ҙа йәйләүҙәрҙең әҙерлеген тикшереп бөтөп, малдарын фермаларҙан йәйге лагерҙарға сығара. Алдан еткерелгән барлыҡ талаптарҙы ла үтәгән “Урожай” тоҡомсолоҡ йәмғиәтенең, “Маяҡ”, XXII партсъезд исемендәге кооперативтарҙың йәйләүҙәре әҙерлегенә ыңғай баһа бирелде.
Район буйынса көндәлек 823 центнер һөт һауыла, үткән йылдың әлеге осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес 77 центнерға артыҡ тәшкил итә. XXII партсъезд исемендәге кооператив уңғандары ла быға лайыҡлы өлөш индереп, малсылыҡ тармағында яҡшы ғына уңыштарға ирешкән. Һуңғы ваҡытта төп күрһәткестәрҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе – шуға асыҡ миҫал.
Мари-Мәнәүеҙ тауар-һөтсөлөк фермаһындағы малдар май башында уҡ йәйләүгә күсерелгән. Бында яңы лагерь төҙөлөп, ул да теүәлләнеү алдында. Барлығы 968 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 455-е – һауын һыйыры. Үткән дүрт айҙа кооператив 8597 центнер һөт, 102 центнер ит етештергән. Әлеге хужалыҡта көн һайын 45 центнер һөт һауылып, шуның 22 центнеры Мари-Мәнәүеҙ фермаһына тура килә.
Беҙ йәйләүгә килгәндә һауынсылар киске сменаға әҙерләнә ине.
– Һыйырҙар тәүлек әйләнәһенә көтөүҙә йөрөй. Киске һауындан һуң малсылар малдарҙы йәнә көтөүлектәргә алып сыға һәм иртәнге биштә генә лагерға алып ҡайта. Шулай мул продукция етештереүгә ирешәбеҙ, күҙ теймәһен, – ти һауынсылар.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, былтыр һөтсөлөк фермаһындағы йәйге лагерға тулыһынса реконструкция эштәре башҡарылған. Атап әйткәндә, иҙәндәргә бетон йәйелгән, һыйыр һауыла торған бина профнастил менән тышланып, түбәһе ябылған.
Утарҙар тимер бағана менән кәртәләнеп алынған, улаҡтар эшләнгән. Тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылып, ҡом-таш түшәлгән. XXII партсъезд исемендәге кооперативтың баш зоотехнигы Рәфит Ахунов билдәләүенсә, малсылар, малдар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ҡул көсөн кәметеү маҡсатында яңы һөт үткәргес, 12 дана һыйыр һауыу ҡорамалы урынлаштырылған.
Малдарҙы ашатыу, көн тәртибе лә теүәл үтәлә. Ә был, үҙ сиратында, һауымды күтәреүгә яҡшы йоғонто яһай. Һәр участкала хеҙмәт хаҡы продукция күләменә һәм уның сифатына ҡарап түләнә. Эш хаҡын да айҙыҡын айға биреп барырға тырышалар.
– Малдарҙы туйғансы ашатыу хәстәре күрелә, – ти малсылар, – шуға ла алынған продукция күләме көндән-көн арта.
Һыйырҙар тәүлек әйләнәһенә көтөүҙә, көтөүселәрҙең эше график нигеҙендә ойошторолған, һауынды арттырыу маҡсатында һәр баш һыйырға биш килограмм фураж оно (һоло, арпа, вика, бойҙай бергә тарттырылған ҡатнашма) бирелә, аҙыҡ өҫтәленән һалам, бесән өҙөлмәй.
Продукцияның сифаты ла ныҡлы контролдә тотола. Ул көн һайын таҙалыҡҡа, майлылыҡҡа тикшерелә. Етештерелгән аҡ иртәле-кисле “Илешһөт” йәмғиәтенә оҙатыла. Хисапсы Эльвира Мосабирова иҫәп эшен теүәл алып бара. Һауынсыларҙы машинала Фәүҙәт Сабиров йөрөтә.
Һыйырҙарҙы туйғансы ашатып, һауынды арттырыуға өлгәшеүҙә көтөүселәрҙән Самоля Тимербаев, Аркадий Байдуғанов, Фидель Фәрхәтшин, Алик Ғәйнуллин намыҫлы хеҙмәтен һала. Һауынсылар Оксана Тимербаева, Серофима Тимербаева, Октябрина Миңлебаева дөйөм уңышҡа лайыҡлы өлөш индерә.
Кооператив буйынса быйыл ҡышлатыу осорона һәр шартлы баш малға 42,5 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләү бурыс итеп ҡуйылған. Ошо маҡсатта мал аҙығы культуралары майҙандары арттырылған. Тимәк, алдағы көндәрҙә сифатлы продукция етештереүҙең артасағына өмөт бар.