Иҡтисад
3 Июня 2020, 15:40

Йәшелсәгә ҡытлыҡ булмаҫ

Туймазы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Ҡараттамаҡ ауылындағы “Ҡушбүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды.

Туймазы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Ҡараттамаҡ ауылындағы “Ҡушбүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды.
Бына 30 йыл инде хужалыҡ ябыҡ тупраҡта йәшелсә, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, һөт малсылығы менән шөғөлләнә, агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт программаларында ҡатнаша.
Хужалыҡтағы теплицалар 14,5 гектар майҙанды биләй. Йәшелсәне йыл әйләнәһенә үҫтереү өсөн фермерҙар сәнәғәт теплицаһын сафҡа индергән. Киләсәктә 1,5 гектар аркалы теплица төҙөү күҙаллана.
Директор Мәүзир Латипов әйтеүенсә, төп мәсьәлә – электр ҡеүәтенә ихтыяж. Радий Хәбиров был теманы Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы етәкселеге менән тикшерергә вәғәҙә итте.
Туймазы районындағы тағы ла бер теплица хужалығы – “Панакс-Агро”. Уның етәксеһе республика Башлығына киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Әйткәндәй, хужалыҡ нигеҙендә “АгроСтройКомплект” йәмғиәте эшләй. Ул металл каркастан теплица етештерә. Былтыр теплицаларҙы йылытыу өсөн генераторҙар эшләй башлағандар.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ теплицалар өсөн ҡорамалдар сығарған республика ауыл хужалығы етештереүселәре һәм ойошмалары күргәҙмәһе менән танышты. Эшҡыуарҙар менән аралашыу йомғаҡтары буйынса ул киләһе “Сәнәғәт сәғәте”нең береһендә Бәләбәйҙәге “Автодеталь” предприятиеһына ярҙам күрһәтеү, ә “Инвестиция сәғәте”ндә “Туймазыагробәшмәк” хужалығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас