Туймазы районында яуған боҙборсаҡ төбәктең иң ҡеүәтле хужалыҡтарының береһе һаналған Мичурин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарына зыян килтергән.
Уның күләмен билдәләү өсөн махсус комиссия төҙөлгән. Белгестәрҙең иҫәпләүенсә, килтерелгән зыян 2 миллион һумға барып баҫҡан.
"Хужалыҡта тәү сиратта ужым һәм ярауай культуралар баҫыуы зыян күргән. Сәсеү майҙаны 2213 гектар тәшкил итһә, шуның 1 мең гектарҙан ашыуында сәселгәне һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был баҫыуҙарҙан уңыш алып булмаясаҡ", - ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Туймазы районы буйынса бүлеге начальнигы Рәмилә Гәрәева.
Боҙборсаҡтың диаметры 15 миллиметр тәшкил иткән. Шулай уҡ дауыл ваҡытында елдең тиҙлеге метрына 25 секундҡа, бер сәғәт эсендә яуым-төшөмдөң күләме 30 миллиметрға еткән.
1993 йылда ошо уҡ баҫыуҙа дауыл һәм боҙборсаҡ уңыштың яртыһын тиерлек йығып һалған.