Иҡтисад
6 Июня 2020, 14:15

Радий Хәбиров баҡалыларға рәхмәт белдерҙе

"Бында республика тематик семинар-кәңәшмәне үткәреү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ".

Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Баҡалы ауылындағы яңы мәктәп менән танышты.
Былтыр район үҙәге биләмәһендә заман талаптарына ярашлы, 825 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды. Иҫке мәктәпкә - теүәл 110 йыл! Шуға күрә 350 урынлыҡ тамаша залы, 290 квадрат метр майҙанлыҡ спорт залы, бөтә уңайлыҡтар булдырылған яңыһын баҡалылар көтөп алды.
Мәктәп 2015 йылда төҙөлә башлаһа ла, эш графигының боҙолоуы сәбәпле төҙөлөш туҡтап ҡала. Подрядсы алмаштырылғандан һуң барыһы ла яңынан көйләнә, учреждение республиканың 100 йыллығына бәйле төҙөлгән юбилей объекттары исемлегенә индерелә. Мәктәп директоры урынбаҫары Алмазия Решетникова уҡыусыларҙың төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуы, призлы урындар яулауы тураһында һөйләне. Яңы уҡыу йылында бында 894 бала белем ала башлаясаҡ. Эпидемиологик хәл һәйбәт булған осраҡта, 1 июлдән мәктәп базаһында көндөҙгө лагерҙар асылыуы көтөлә.
Республика етәксеһе уҡыу кластарын, ашхананы, спорт залдарын ҡарап сығып, төҙөлөш эштәренә, йыһазландырыу сифатына юғары баһа бирҙе.
"Объект район өсөн ҡатмарлы булды. Оҙаҡ төҙөлдө. Әммә һөҙөмтәлә яҡшы белем биреү учреждениеһына эйә булдыҡ, ул райондағы иң көслөләрҙең береһе – матди хәле буйынса ла, уҡытыу процесын ойоштороу яғынан да", - тине Радий Хәбиров.
Ахман ауылында республика етәксеһе райондың почетлы кешеләренә арналған музейҙа булды, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Николай Асанбаев, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы, Чехословакияның Почетлы гражданы Даян Мурзин тураһындағы иҫтәлектәр менән танышты. Республика етәксеһе экспонаттар менән танышҡас, учреждениеның матди базаһын нығытыуға, ремонт эштәренә ун миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәге хаҡында белдерҙе.
Урындағы үҫеш мәсьәләләре “Башлыҡ сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Александр Андреев менән фекер алышыуҙа тикшерелде.
"Баҡалы уңышлы үҫешә, был эш өсөн муниципалитет етәкселегенә рәхмәт. Беҙ төбәктә кооператив хәрәкәтен тергеҙә башланыҡ. Ошо йәһәттән Баҡалы районындағы кеүек яҡшы хәл бөтә ерҙә лә күҙәтелмәй. Шуға күрә бында республика тематик семинар-кәңәшмәне үткәреү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ", - тип йомғаҡланы һүҙен Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас