Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районында булды. Ул эш сәфәрендә райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм социаль өлкә объекттары менән танышты.
Баҡалы ауылында республика етәксеһе “Партнер” ауыл хужалығы кооперативы эшмәкәрлеген ҡараны. Ул 2017 йылда ойошторолған, 15 тауар етештереүсене берләштерә. Ойошманың етәксеһе Радик Нәбиев әйтеүенсә, коллектив көн һайын 19 тоннаға яҡын һөттө әҙерләп эшкәртеүгә оҙата, бының өсөн ҡабул итеү һәм һыуытыу ҡорамалдары бар. Киләсәктә сеймалды эшкәртеү, һөт аҙыҡтары, сыр етештереүҙе ойоштороу уйы менән йәшәйҙәр, был маҡсатта гранттарҙы файҙаланырға теләйҙәр. Проектҡа методик ярҙамды район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Елена Большова күрһәтә.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда бизнес-шерифтар институты тәү сиратта һәр предприятие өсөн айырым эшләүгә йүнәлтелгәйне.
"Яңы структура ауырыраҡ формалашты, беҙ кешеләрҙе оҙаҡ һайланыҡ. Әммә үткән йылда был башланғыстың тәьҫирлеген раҫланыҡ. Эшҡыуарҙар беҙҙең ярҙам саралары тураһында белә һәм ошо инструменттарҙы файҙалана, - тине Радий Хәбиров. - Мин үҙебеҙҙә яңы, шул иҫәптән урындағы халыҡ тарафынан ойошторолған ҙур булмаған предприятиелар барлыҡҡа килеүе яҡлы. Был – райондар иҡтисады нигеҙе".
Республика етәксеһе Ауыл хужалығы министрлығына кооперативҡа грант алыуға заявка әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты.
Район үҙәгендә 2013 йылда асылған Баҡалы кирбес заводында ла булды Радий Хәбиров. Ташландыҡ хәлдәге предприятиены һатып алған эшҡыуар Марат Арыҫланов был хеҙмәтте яйға һалған. Яңы завод эште тәүлегенә 30 мең кирбес етештереүҙән башлай. Ихтыяжды өйрәнгәс, ҡеүәт тә арттырыла. 2015 йылда заводты төҙөү эше тамамлана, инвестициялар күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Бөгөн иһә коллектив йылына 20 миллион дана кирбес етештерә, продукцияны Башҡортостанда, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстанда һатып алалар.
"Был - ауыл өсөн төп предприятиеларҙың береһе. Һатыу баҙарының булыуы, шул иҫәптән республиканан ситкә сығарылыуы отошло, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Урындағы етештереүселәрҙең социаль объекттарҙы төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыуын һәр яҡлап хуплайбыҙ. Был бизнес өсөн дә, шулай уҡ, дөйөм алғанда, республика өсөн дә әһәмиәтле".
Фото: республика Башлығы сайты.