“Бишенде” етәксеһе Вингаль Фазлиәхмәтов – мал йәнле кеше. Бынан бер нисә йыл элек йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнергә ҡарар итә. Хужалыҡта йылдан-йыл йылҡы малы һаны арта. Бөгөн “Бишенде” – тотороҡло рәүештә һөтсөлөк-малсылыҡ тармағын үҫтергән көслө хужалыҡтарҙың береһе. 1300 һыйыр малының 210-ы – һауын һыйыр. Ала-сыбар тоҡомло һыйыр малының тоҡомон үрсетәләр. 100 башҡа яҡын йылҡыһы, өс мең гектар ере, биш миллион һумлыҡ устав капиталы булған хужалыҡ аяғында ныҡлы баҫып тора. Благовар һөт эшкәртеү шәхси предприятиеһы, көн һайын Бишендегә килеп, 4500 литр һөттө алып китеп тора.
Йылҡыларҙың төрлө тоҡомо бар хужалыҡта. Айырыуса айғырҙарға һорау ҙур икән. Был хужалыҡта үҫкән малдарҙы Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан килеп алалар.
Хужалыҡтың сабыш аттары район тарихында ғына түгел, Башҡортостанда һәм күрше республикала уҙғарылған ярыштарҙа ла алдынғы урындар яулай, төбәк данын күтәрә. Әлеге мәлдә хужалыҡтағы сабыш аттары “Терра-Башҡортостан” бәйгеһенә әҙерләнә.
Сабыш аттары тиҫтәгә яҡын: Фальцет, Амалия һәм Аҡ Йондоҙ – чемпиондар. Был юлы ярышҡа Аҡ Йондоҙ барасаҡ. Башҡа сабыш аттары ла махсус диетала һәм ҡарауҙа. Ат ҡараусыларҙың береһе Вилдан Әлембәтов һәр береһен иғтибар менән ҡарай. Вилдан килеп инеү менән аттар йәнләнә, ашарға һорап башын һона. 13 июндә үтәсәк ярышта Аҡ Йондоҙға уңыштар теләп, сабыш аттары менән хушлаштыҡ.
– Быйыл яҙ иртә башланды, һуң бөттө. Апрелдең егермеһенән һуң сәсеүгә төштөк һәм дым һаҡланғансы эштәрҙе тамамланыҡ. Бына-бына химик утау эштәре башларға торабыҙ. Унан инде бесәнгә төшөргә лә ваҡыт етеп килә. Люцерна сәскә атҡан. Мал аҙығын йыл да 900 тоннанан ашыу эшләп ҡуябыҙ. Быйыл да ошо кимәлдән төшмәҫкә тигән маҡсат ҡуйылған, – тип һөйләне Вингаль Усман улы ферма юлына төшкәндә.
Унда беҙҙе ферма мөдире Рәшиҙә Ғималетдинова көтә ине. Ул утыҙ йыл буйы ферма мөдире булып эшләй, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, хеҙмәттәге ҡаһарманлығы өсөн Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған. Баҫҡан ерендә ут сәсеп тора, тип шундайҙар тураһында әйтәләрҙер. Өлгөрмәгән ере, ҡулынан килмәгән эше юҡ уның.
Баҫыу һағында агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Гөлфиә Муллахмәтова тора. Өс тиҫтә йыл ерҙең уңдырышлылығы, орлоҡтоң сифаты, уңыштың юғарылығы өсөн көрәшә ул.
Келәт мөдире бурысы Флүзә Ғәфиәтуллинаға йөкмәтелгән. Шулай итеп, бөтөн яуаплы вазифаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар булып сыҡты.
– Быға һис аптырарға ярамай. Ҡатын-ҡыҙ ышаныслы, эшенә яуаплы ҡарай. Уларға ышанып ошо бурыстарҙы йөкмәткәнмен. Әле бер үкенгәнем булманы. Ә бына ир-ат араһында эскегә һабышҡандарҙың күбәйеүе йөрәгемде әрнетә, – ти Вингаль Усман улы.
Бишенде урамдары буйлап үткәндә, Вингаль Фазлиәхмәтовтың тыуған еренең ҡотон һаҡлап ҡалыу өсөн күпме көс һәм сығым сарыф иткәнен күреп һоҡландыҡ. Фазлиәхмәтовтар өс таған – өс бер туған. Вингаль Усман улының бер туған ҡустыһы Илдар Усман улы – уның “уң ҡулы”, “Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Кинйә ҡустыһы Айҙар хужалыҡта механик булып эшләй. Ата-әсәһенең нигеҙен ҡәҙерләп һаҡлай улар, ауылдарының тарихына ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы. Ата-әсәләре һуғыш ауырлығын күреп, үҙ иңендә кисергәнгә ауылдың иң күркәм ерендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлегенә һәйкәл һалыуҙы ла үҙ ҡурсаулығына алып, еренә еткереп эшләп ҡуйғандар.
Вингаль Фазлиәхмәтовтың тормош девиздарының береһе – башлаған эшеңде еренә еткереп ҡуй! Шунһыҙ тотонмай ҙа. Шуғалыр ҙа алған артылыштарының һөҙөмтәһе шаҡтай.
Ауыл урамдары буйлап үткәндә, Вингаль Усман улы матур өйҙәр эргәһендә туҡтай ҙа: “Ошо йортто һалып, эш башлаған белгескә бирҙек”, – тип һөйләй. Ғөмүмән, үҙ ғүмерендә алты тиҫтәнән ашыу йорт һалдырған ул. Хәҙерге көндә хужалыҡтың хеҙмәткәрҙәр өсөн 28 фатиры бар. Шуға республиканың төрлө төбәктәренән эш һорап килеүселәр бихисап. Мәҫәлән, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан ғаиләләре менән күсеп килеүселәр күп.
Ейәнсура районынан килгән тракторсы егеткә өс бүлмәле фатир асҡысы тотторолған.
– Бишбүләктән баш инженер вазифаһына ҡабул ителгән егеткә килеү менән өс бүлмәле фатир, юл йөрөү өсөн “Нива” автомобиле бирҙек. Ауыл хужалығы министрлығы 300 мең һумлыҡ “подъемный” күсерҙе. Күп тә үтмәне, Хөкүмәт тарафынан йорт төҙөү өсөн йәш ғаиләгә бер миллион һумдан ашыу субсидия түләнде. Йәштәр бик матур, хан һарайылай ҙур йорт һалып сыҡты, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужалыҡ директоры.
Кадрҙар етмәү генә хужалыҡтың бәкәленә һуға. Бөгөндән зоотехник-селекционер, мал табибына ихтыяж бар. Белгестәрҙең һәр береһенә йорт әҙер. Хужалыҡта әлеге мәлдә илленән ашыу кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы – 17 мең һум.
Ауыл хужалығы менән шөғөлләнгәндәрҙең ал-ял белмәй эшләгән сағы. Сәсеү тамамланғас уңыш өсөн көрәш башлана. “Бишенде”гә уңыштар теләйек!