Республикала “зәңгәр яғыулыҡ”һыҙ ауылдар йылдан-йыл кәмей. Йәшәү шарттары яҡшыра, һәр кемдең уңайлы мөмкинлектәрҙән файҙаланырға хаҡы бар. Мәҫәлән, үткән аҙнала Ишембай районының Ураҙбай ауылы халҡы ла ошондай оло шатлыҡ кисерҙе. Ни тиһәң дә, улар был ваҡиғаны ике тиҫтәгә яҡын йыл көттө!
Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсановтың белдереүенсә, газ торбалары ауылдың барлыҡ урамдарына ла һуҙылған. Өҫтәүенә монтаж эштәре үткәрелгән 30 йорт тәбиғи яғыулыҡты тоташтырыуға әҙер. Бынан тыш, 50-нән ашыу ихатаның хужалары документ әҙерләү эштәре менән мәшғүл.
– Тораҡ пунктҡа 2000 йылда үткәрелә башлаған газ эштәре ни сәбәптәндер туҡтап ҡала. “Зәңгәр яғыулыҡ”ты быға тиклем мәктәп һәм ни бары ике йорт ҡына ҡуллана ине. Шөкөр, бөгөндән һәр йорт газға тоташтырыла башлаясаҡ. Был уңайлылыҡ барлыҡҡа килһә, йәштәр ҙә Ураҙбайҙа төпләнер тигән өмөт бар, – тине ауыл халҡы өсөн ҡыуанып Илгизәр Плюр улы.
Александр Акшенцев етәкләгән “СТРУБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшселәре 5,5 километр полиэтилен торба һуҙа. Былтыр октябрь аҙағында башланған төҙөү эштәре февраль айында тамамланғас, торбаларға ентекле опрессовка үткәрелә. Артабан улар “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Салауат бүлеге эшселәре тарафынан быға тиклем һуҙылған ҡорос торбаларға ялғана.
“Ауылды газ менән 7 километр 658 метр оҙонлоғондағы торба тәьмин итәсәк, баҫым кимәле тикшерелде”, – тип белдерҙе предприятиеның өлкән мастеры Винер Абдрахманов.
Ураҙбай ауылында ташламаға эйә 19 кеше йортҡа газды сертификат буйынса тоташтырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы указына ярашлы, 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары алыу хоҡуғына эйә. Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ла ошо уҡ категорияға ҡарай. Ә 60 мең һумлыҡ сертификат сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәргә, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә бирелә. Әммә ғаилә килеме аҙ булған осраҡта сертификат суммаһы 100 мең һум тәшкил итә.
“Зәңгәр яғыулыҡ” килгәс, йәмле Ураҙбай ауылы тағы ла ҙурайып ҡалыр – йәштәр ауылда төпләнер, Себер тарафтарындағылар хаҡлы ялға сыҡҡас, күсеп ҡайтыр, тип ышанабыҙ. Киләсәктә тәбиғи газға тоташтырылған яңы-яңы йорттарҙы күрергә яҙһын!