Иҡтисад
18 Июня 2020, 17:40

“Юл яны сервисын “уятыу” өсөн системалы ҡарарҙар кәрәк”

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәктәге юл яны сервисын үҫтереү өлкәһендәге проекттар ҡаралды.
Вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың инвестиция ҡануниәтен камиллаштырыу тураһында һөйләне. Юл яны сервисы объекттарҙы урынлаштырыу схемаһын, бизнесҡа булышлыҡ итеү, методик тәьмин итеү алымдарын, потенциаль инвесторҙар өсөн республика брендбугын һәм Башҡортостандың милли символикаһын файҙаланып, бер төрлө стилдә башҡарылған типовой ҡарарҙарҙы үҙ эсенә алған берҙәм концепцияға нигеҙләнәсәк.
“Юлдаш Сервис” компанияһының генераль директоры Айрат Юлмөхәмәтов Өфө һәм Ҡариҙел райондарында күп йүнәлешле өс комплекс төҙөүгә ҡағылышлы пландары менән уртаҡлашты. Был комплекстар составына АЗС, автосервис пункты, кафе һәм ҡунаҡхана инәсәк. Киләсәктә инвестор Башҡортостандың башҡа райондарында ла сервис хеҙмәте күрһәтеүҙе үҫтерергә ниәтләй.
“Роснефтепродукт” йәмғиәте һәм эшҡыуар Шамил Арыҫланов М5 һәм М7 федераль трассаларындағы ошондай объекттарҙа тағы ла 100 эш урыны булдырырға ниәтләй.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектҡа инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы булдырыуға сығымдың бер өлөшөн субсидиялау рәүешендә ярҙам күрһәтеүҙе хупланы.
– Ошо тема менән шөғөлләнә башлаған өсөн республика Хөкүмәтенә рәхмәтлемен. Ләкин юл яны сервисын “уятыу” өсөн системалы ҡарарҙар кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Инвесторҙарға яйға һалынған, әҙер эш регламенты кәрәк, шул иҫәптән проекттарҙың территориаль бәйләнеше йәһәтенән дә. Был хәл йылдар буйы дауам итергә тейеш түгел. Мәсьәләне бер айҙан “Инвестиция сәғәте”ндә йәнә тикшерергә тәҡдим итәм.
Ҡырмыҫҡалы районындағы “Артемида” хужалығының һөтсөлөк комплексы нигеҙендә голштин тоҡомло һыйырҙар үрсетеү өсөн тоҡомсолоҡ репродукторын яңыртыу проекты менән йәмғиәт директоры Евгений Пожидаев таныштырҙы. Проектҡа ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.
“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ “Башнефть” йәмғиәте филиалы – Өфө нефть эшкәртеү заводында элементар көкөрт етештереү буйынса резерв технологик линияһын төҙөү проекты хупланды. Ул өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелә, һалым ташламаһы бирелә.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас