Магазин кәштәләрендә хуш еҫле икмәктең ниндәйе генә тәҡдим ителмәй, арыштыҡын оҡшатһаң, рәхим ит, бойҙайҙыҡы иһә күңелеңә яҡын икән, һайлап ал. Эйе, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә проблема юҡ, йәнең теләгәнен һатып алыу мөмкинлеге бар. Икмәк бешереү оҫталары бөгөн айырыуса оло ихтирам ҡаҙана, сөнки икмәккә хөрмәт һис кәмемәй.
Ҡариҙел районының Абыҙ ауылынан икмәк бешереү оҫтаһы Рөстәм Ғәлимйәновты һәр кем яҡшы белә, ауылдаштары уны яратып хатта “икмәк менән туйындырыусыбыҙ” тип тә билдәләй. Шәхси эшҡыуар Рөстәм Мәғдән улы был эшмәкәрлеген башлап ебәргәнгә тиклем нефть эшкәртеү тармағында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Сит тарафтарҙан ялҡып, ул ғаиләһе менән Ҡариҙелгә күсеп ҡайта.
– Абыҙ ауылына килгәс, магазиндарҙа сит райондарҙан килтерелгән икмәк һатылыуына иғтибар иттем, ә үҙебеҙҙеке булмауы, әлбиттә, күңелде ҡырҙы, – ти Рөстәм Мәғдән улы. – Шуға ла күп уйлап торманым, икмәк бешереүҙе юлға һалырға йөрьәт иттем.
Бөгөн эшҡыуарҙың “Добрый хлеб” икмәкханаһында бешерелгән икмәк, икмәк-булка, кондитер изделиеларын ауыл халҡы ғына түгел, ә район ауылдары ла яратып һатып ала. Районға сит төбәктәрҙән килеүселәр ҙә Рөстәм Мәғдән улы етештергән күмәстәрҙе мотлаҡ тәмләп ҡарарға тырыша. Эшҡыуар етештереүсе абруйына, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында танылыуға, баҙарҙа үҙ урынын табыуға өлгәшкән. Рөстәм Ғәлимйәнов дүрт кешегә эш урыны булдырған, уларҙың барыһы ла был тармаҡты яҡшы белә, икмәк бешереү серен аңлаған белгестәр. Һатып алыусылар ҙа көндән-көн арта. Иң мөһиме, кешеләр икмәкте ҡайҙа һәм кем бешереүе менән ҡыҙыҡһына.
Икмәкхана заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, бында 30 төр икмәк-күмәс ризыҡтары тәүлек әйләнәһенә етештерелә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөтә донъяны коронавирус ялмап алған мәлдә, булдыҡлы эшҡыуар ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙа, 27 кешегә аҙыҡ-түлек тупланмаһы әҙерләп тапшырған.
– Икмәк бешереп, халыҡҡа көн һайын хуш еҫле ризыҡтарҙы бүләк итеүем өсөн ҡыуанам, ә инде халыҡ араһында, Ринаттың икмәгенән башҡа тәмлерәген ашағаным юҡ, тип әйтеүҙәре – эшмәкәрлегемә ҙур баһа, – ти эшҡыуар Рөстәм Ғәлимйәнов.