Баймаҡ районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә дүрт проект ҡаралды.
Сибай эшҡыуары плитә өсөн таш сығарыу һәм уны комплекслы эшкәртеүгә Темәс ауылынан ер участкаһы бүлеү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте.
Үҙ эшен яңы башлап торған Ишмырҙа ауылы йүнселе урында пекарня асыу планы менән Баймаҡ районының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһында ҡатнашырға теләүен белдерҙе.
Өсөнсө проектты “Алтын ҡом” йәмғиәте тәҡдим итте. Улар Семеновка алтын йыуыу фабрикаһының алтын ҡалдыҡтарын эшкәртеү өсөн ошо ауыл биләмәһенән ер участкаһы бүлеүҙе үтенде. Баймаҡта коворкинг үҙәге асырға теләгән эшҡыуар ҙа финанс һәм консультация ярҙамына мохтаж.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәр проектҡа ҡағылышлы тәҡдимдәрен әйтте, эштәрҙе атҡарыу өсөн яуаплыларҙы билдәләне, ваҡыт билдәләне.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.