Халыҡ-ара форум үткән көндө Салауат Юлаев майҙанында #ШиғриәтМөхите тип аталған импровизацияланған сәхнә ойоштороласаҡ. Унда баш ҡала театрҙарының актерҙары, республикабыҙ шағирҙары, шиғриәт һөйөүселәр – “Хахачу” ижади үҫеш студияһы тәрбиәләнеүселәре шиғри күстәнәстәр менән сығыш яһаясаҡ. Сараның махсус ҡунағы – Мәскәү театры актеры Асҡар Ниғәмәтйәнов.