Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2020, 23:25

Башҡортостан – милли рейтингта алдынғылар иҫәбендә!

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Дәүләт башлығы совет ағзаларына мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡ өсөн рәхмәт әйтте. Был проекттар практик һөҙөмтә бирә, ватан технологияларын, белем биреүҙең һәм кадрҙар әҙерләүҙең алдынғы алымдарын үҫтереүгә, бизнес өсөн шарттар тыуҙырыу, заманса йәшәү мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы тәжрибәне таратыуға булышлыҡ итә.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртып, туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеп, беренсе тапҡыр тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Элгәре йыл республикабыҙ 16-сы урынды биләй ине. Тәүге өс урында – Мәскәү, Татарстан һәм Тула өлкәһе.
Төбәктә инвестиция шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән алып барылған эшкә килгәндә, Башҡортостан Башлығы федераль үҙәктең әһәмиәтен билдәләне, Владимир Путинға иҡтисадҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Беҙ яңынан-яңы үҫеш юлдарын эҙләйбеҙ. Әле бизнес менән фәнде берләштереү мәсьәләһе тикшерелә. Евразия ғилми үҙәге ойошторолдо. Ҙур структуралар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ, булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Мин һеҙҙе ишеттем, был мәсьәлә буйынса уйлашырбыҙ, – тине Владимир Путин.
Фото: glavarb.ru
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев:
– Халыҡтың миграция ағымы йәһәтенән Башҡортостанда ыңғай динамика күҙәтелә. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан ситкә киткәндәр республикаға килгәндәр һанынан 8858, 2019 йылда – 5560, быйыл ғинуар–апрелдә 1345 кешегә күберәк булған. Йәғни 2020 йылды 2018 йыл менән сағыштырһаҡ, республиканан миграция икеләтә тиерлек кәмегән. Шул иҫәптән Башҡортостандан Мәскәүгә, Санкт-Петербургка, Мәскәү өлкәһенә, Татарстанға, Свердловск өлкәһенә киткәндәр һаны ҡыҫҡара. Ыңғай статистика республикалағы дөйөм иҡтисади хәлдең яҡшырыуын сағылдырыуы ихтимал.
Читайте нас: