Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин Башҡортостан Башлығының Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышындағы сығышына ҡарата “эш шарттары яҡшырҙы” тип белдерҙе.
"Рәсәй төбәктәре араһында инвестиция климатының милли рейтингында алдынғы унау иҫәбендәбеҙ! Һуңғы йылдарҙа беҙҙә бик күп ыңғай башланғыстар бар: урындарҙа эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, муниципалитеттарҙа аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү (230 ултырыш уҙғарылған, 682 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән), бизнес-шериф институты ойоштороу, Эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы, биш ҡалаға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын биреү һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу. Барлыҡ был саралар бизнеста ыңғай сағылыш тапты. Рейтинг эшҡыуарҙарҙан аноним һорау алыу нигеҙендә төҙөлә, һөҙөмтәләрен үҙгәртеп тә, боҙоп та булмай”, – тине Флүр Әсәҙуллин.
"Үҙем дә эшҡыуарҙар менән аралашҡанда улар өсөн шарттар яҡшырыуын, мәҫәлән, күп тармаҡтарҙа рөхсәт һәм башҡа кәрәкле документтар алыуы еңелләшеүен, талап ителгән ҡағыҙҙарҙың һаны кәмеүен күрәм", – тине ул.
Республикалағы планлы, координациялы эш, күреүебеҙсә, көткән һөҙөмтәләрҙе бирә. Эксперт фекеренсә, быларҙың артында иң беренсе эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы, яңы хеҙмәт урындары асыу, һалымдар буйынса үҙгәреш һәм социаль тотороҡлолоҡ тора.
“Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Хеҙмәт урынымда улар менән көн дә осрашам. Минең эшем шундай – эшҡыуарлыҡты яҡлау. Әммә республиканы ошондай юғары рейтингта күреү йүнселлектең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен сағылдыра, тип ышана алам. Хеҙмәтем бурысына ярашлы, эшҡыуарҙарҙың ялыуҙарын, мөрәжәғәттәрен тикшерәм. Кешенең холҡо шулай бит ул – йәбергә дусар булғандар һәр саҡ был хаҡта ҡысҡырып әйтәләр, ә ҡәнәғәттәр, ғәҙәттә, шыма. Һөҙөмтәлә кирене ысынбарлыҡ кеүек ҡабул итә башлайһың, ә был дөрөҫ түгел. Әлегеләй яҡшы яңылыҡтар, ошондай етди рейтингтарҙа уңыштар республикалағы хәлдең ғәмәлдә яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлауын күрһәтә. Шуға ынтылырға кәрәк тә, ошо иҫәптән үҙеңдең, бөтә чиновниктарҙың, дәүләт органдарының эшендәге баһаға, аноним һорау алыуҙарға, статистика, эксперт баһаһына нигеҙләнгән, тикшерелгән етди рейтингтарға таяныу мөһим”, – тип иҫәпләй эксперт.